Мәғариф
17 Августа 2020, 05:50

Түләүле балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар буласаҡ

«Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү — өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреүҙе тәьмин итеү» төбәк милли проекты сиктәрендә 2020 йыл аҙағына тиклем шәхси балалар баҡсаларында өҫтәмә 200 урын булдырыу ҡаралған.#национальныепроекты#нацпроекты#

Добавить в предпочтительные источники Google
Был маҡсатта федераль һәм республика бюджеттарынан 24 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Бер урын булдырыу 123,4 мең һум тора. Был аҡсаға кәрәкле ҡорамалдар,у ҡыу әсбаптары алына, педагогтарҙың квалификацияһы арттырыла. Өҫтәмә урындар 1 сентябрҙә асыласаҡ тип көтөлә. Конкурста республиканың 16 балалар баҡсаһы ҡатнашты һәм бишәүһе еңеүсе тип табылды.
фото: ГТРК "Башкортостан"
Читайте нас