Мәғариф министрлығында балалар баҡсалары 1 сентябрҙән эшләй башлаясаҡ, тип хәбәр ителде.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы Алина Ғәлина социаль селтәрҙәрҙә төбәктә ҡасан балалар баҡсалары эшләй башлаясағы тураһында хәбәр итте. COVID-19 пандемияһына бәйле балалар баҡсалары эшмәкәрлеген туҡтатҡайны һәм ошоға тиклем дежур төркөмдәр генә эшләп килә ине.
1 сентябрҙән балалар баҡсалары бөтә санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеп, көндәлек режимда эшләй башлаясаҡ. Башҡортостанда бөтәһе 1027 балалар баҡсаһы иҫәпләнә.