РФ Президенты В. В. Путин ҡушыуы буйынса бәләкәй класс уҡыусыларына бушлай туҡланыу ойошторола. Төбәктәрҙең был маҡсатта сығымдары федераль бюджеттан ҡушып финансланасаҡ. 2020 йылда субсидия рәүешендә – 21,8, 2021 йылда – 43,6, 2022 йылда – 43,6 млрд һум аҡса бүленә. Төбәк властары үҙҙәренең саралары иҫәбенә уҡыусыларға өҫтәмә туҡланыу ойоштора ала. Быға ҡәҙәр мәктәп туҡланыуы төбәктәр һәм муниципалитеттар иңендәге бурыс булһа, федераль ҡарар ҡабул ителгәндән һуң, I–IV класс уҡыусылары бушлай туҡланыу менән тәьмин ителәсәк. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 6,8 млн башланғыс класс уҡыусыһы иҫәпләнә. 2021 йылда был һан – 7,1, 2022 йылда 7,2 миллионға етәсәк тип көтөлә.