+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Август 2020, 12:40

Уҡыу алдынғылары онлайн-форматта хөрмәтләнде

2019-2020 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса 12 уҡыусы район хакимиәтенең стипендияһына лайыҡ булды

Һүрәттәге ҡыҙ һәм егеттәрҙе юҡҡа ғына мәктәп формаһында күрмәйһегеҙ. Оҫта алып барыусылар булараҡ танылған Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Диана Фәттәхова, 1-се Асҡар урта мәктәбенән Тамерлан Дәүләтбирҙин һәм Марат Ишбулдин тағы ла тел маһирлыҡтарын һынаны. Уҙған уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса уҡыу алдынғыларын тәбрикләү — отличниктар слеты онлайн-тантанаһын алып барҙы улар. Эйе, был сара уҡыу йылы тамамланыуға барғанда – дүртенсе сиректә уҙа торғайны. Әммә пандемия сәбәпле, дистанциялы уҡыуға күсеү, күмәк саралар уҙғарыуҙан тыйылып тороу арҡаһында, ул үҙ ваҡытында үткәрелмәй ҡалды. Һәм яңы уҡыу йылы алдынан район хакимиәте мәғариф бүлеге менән берлектә был бурысты атҡарып ҡуйҙы.
Район хакимиәте 2001 йылдан һәләтле һәм талантлы уҡыусыларға — отличниктарға, республика һәм ил кимәлендәге олимпиадалар, конкурстар призерҙарына, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уңыштарға өлгәшеүселәргә, спортта, ижади юҫыҡта еңеүселәргә стипендия һәм премиялар булдырҙы.
2019-2020 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса 12 уҡыусы район хакимиәтенең стипендия-һына лайыҡ булды. Стипендиаттарҙы район башлығы И. Т. Нафиҡов, мәғариф бүлеге начальнигы Б. Х. Илһамов тәбрикләне. Белем алыуға ҙур тырышлыҡ һалып, уғата етди ҡарағанға мәктәп юлында оло ҡаҙаныштарға өлгәшкән улар. Күп яҡлы һәләттәре менән мәктәптең генә түгел, райондың да ғорурлығы булып торалар. Күптәренең исем-шәрифтәре беҙҙең гәзит биттәрендә лә әллә нисә тапҡыр донъя күрҙе. Красная Башкириянан Альберт Ишкилдин, Хәмиттән Ихсан Баһауетдинов, Сиҙәмдән Роберт Ишбулдин, Байымдан Илнар Ғатауллин, Салауаттан Зарема Хамматова 11-се класты тамамлап, бына-бына тыуған йорттарынан айырылырға торғанда район хакимиәтенән матди бүләк һәм изге фатиха алыуҙары йәштәрҙең күңелендә яҡты баласаҡ хәтирәһе булып оҙаҡ һаҡланыр. Ысын мәғәнәһендә райондың алтын фонды улар. Бөтә фәндәрҙән дә сәтләүек сирткән кеүек яҡшы өлгәшкән, географиянан Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призеры Зарема 10-сы класта уҡ был предметтан БДИ-ны 100 балға тапшырып бөтә республиканы шаҡ ҡатырһа, Альберт ағымдағы йылда физика буйынса дәүләт һынауында 100 балл йыйҙы. Гусев мәктәбенән Юнир Ғәтиәтуллин «Йыл уҡыусыһы – 2020» исеменә лайыҡ булды, вокал буйынса республика бәйгеләре еңеүсеһе. 1-се Асҡар урта мәктәбенән Арсен Фәтхуллин географиянан республика олимпиадаһы призеры булып танылды. Гимназиянан Инсаф Моратов саңғы һәм пневматик винтовканан атыу буйынса республикала бер нисә тапҡыр еңеүсе булып, районға дан килтерҙе. Ҡаҙмаштан Наил Зәйнуллин, Аһылайҙан Мирйән Мәғәсүмов, Таштимерҙән Фазыл Мәғәфүров — шулай уҡ уҡыуҙа ал бирмәгән, бер генә түгел, ә бер нисә фәндән район олимпиадаларында призер булған, мәктәптәренең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар. Йылдағыса стипендиаттар араһында Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынан бер студент билдәләнде. Уға 2-се курста уҡыусы, «Тере һүҙ» республика шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе еңеүсеһе Адольф Шакиров лайыҡ булды.
Яҡшы өлгәш, тырышлыҡ, сәм, дәрт өлгөһө булған район белем усаҡтарынан тағы ла 20 иң шәп уҡыусы район хакимиәтенең премияһы менән бүләкләнде. Уҙған уҡыу йылында республика, Рәсәй олимпиадаларында еңеүсе һәм призер булған, фәнни эшмәкәрлектәре эҙләнеү эштәре конкурстарында юғары баһаға лайыҡ булған 25 уҡыусы шулай уҡ премия менән билдәләнде.
Тәбрикләнеүселәр бүләк сертификаттарҙы Белем көнөндә үҙҙәре уҡыған белем усаҡтарында аласаҡ. Онлайн-форматта уҙған отличниктар слеты тан-танаһы яҙмаһын район мәғариф бүлеге сайтында ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: