-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Август 2020, 12:20

«Йәйләү» рухи тәрбиә бирҙе

Республикала «Йәйләү» профилле лагеры 22 йыл эшләй. Быйылғы йылда эпидемиологик хәлгә бәйле, профилле смена онлайн форматта «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә үтте. Билдәле булыуынса, «Йәйләү» лагерында башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү, һаҡлау төп маҡсат булып тора.

«Йәйләү — 2020» онлайн төркөмөндә балалар ун көн эсендә Башҡортостан тарихын, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли аш-һыуын, әкиәт-эпостарын, музыка ҡоралдарын өйрәнде. «Йәйләү – ул рухи тәрбиә шишмәһе», — ти был лагерға нигеҙ һалыусы Мәрйәм Бураҡаева.
Лагерға төрлө тарафтарҙан йыйылған егет-ҡыҙҙарҙы республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин сәләмләне. «Йәйләү — 2020» онлайн сме-наһының етәксеһе Инсаф Йәмилев та ял итеүселәрҙе тәбрикләне. Тәүге көндә балалар «Йәйләү»ҙең гимнын өйрәнде. Дамир Әҙелбаев һүҙҙәре һәм көйөнә яҙылған «Башҡортостан» йырын 2-се Инйәр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы-тыусыһы, тәрбиәсе Әлиә Саматова өйрәтте. Һәр көнгә Инсаф Рим улы ҡыҫҡаса һығымта яһап барҙы.
Икенсе көндөң темаһы «Бейемәгән башҡорт юҡ» тип аталды. Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Эльвира Муллағолова «Зарифа» бейеү нескәлектәренә төшөндөрҙө. Был көндә бейеү буйынса викторина уҙғарылды, унда 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ихлас ҡатнашты. Таһир Кусимов исемендәге гимназиянан 4-се «б» класы уҡыусыһы Гөлназ Нөғәмәнова, 7-се «б» класы уҡыусыһы Илзидә Шәйәхмәтова, 6-сы «в» класы уҡыусыһы Гүзәл Хәйбуллина «Зарифа» бейеүен бик оҫта башҡарып, видео ебәрҙе. Дәрестәргә әсәй-өләсәйҙәр ҙә юғары баһа ҡуйып, үҙ фекерҙәрен яҙҙы. «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина блиц-турнир уҙғарҙы. Был конкурста Таһир Кусимов исемендәге гимназия-ның 10-сы класс уҡыусыһы Нәркәс Баймырҙина еңеүсе булды. Көн арауығында билдәле кешеләр тураһында видео-мәғлүмәттәр ҡуйылды.
Өсөнсө көндә ҡурай дәресен Өфө сәнғәт училищеһы студенты, лагерҙа ҡурай, ҡумыҙ түңәрәктәрен етәкләүсе Инйәр Ишмырҙин оҫталыҡ дәресе бирҙе. Балалар ҡурай буйынса һорауҙарға яуап ебәрҙеләр. Ошо көндә «Башҡорт биҙәнеү әйберҙәре» оҫталыҡ дәресен Әлшәй районы Раевка ауылының М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы Миләүшә Муллағәлина алып барҙы. Ҡыҙҙар матур-матур эштәрен ебәрҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл арналған блиц-турнир үтте. Беҙҙең гимназия уҡыусылары Нәркәс Баймырҙина — беренсе урын, Гөлназ Нөғәмәнова, Ралина Мостафина — икенсе урын алып, еңеүселәр рәтенә инде һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Республиканың Милли музейынан да һорауҙар ҡуйылды. Бында ла гимназистар һынатманы. Нәркәс менән Гөлназ иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.
Һәр иртә гимн һәм күңелле флешмоб менән башланды. «Ирәндек» халыҡ ансамбле солисы Лилиә Яҡшыдәүләтова күнекмә үткәрҙе.
Дүртенсе көндө йәйләүселәр Башҡортостандың ете мөғжизәһе буйлап «сәйәхәт ҡылды». Уны Ҡариҙел районы Байҡыбаш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әсбирә Кәбирова алып барҙы. Уҡыусылар Салауат Юлаев һәйкәле, Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа төшкән фотолары менән уртаҡлашты.
Бишенсе көн «Ҡумыҙ һәм ҡумыҙсылар» тураһындағы мәғ-лүмәттәргә бай булды. Билдәле ҡумыҙ оҫтаһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов боронғо музыка ҡоралының төрҙәре менән та- ныштырҙы.
Алтынсы көн Шәжәрә көнө үтте. Уны Таһир Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Баймырҙина тәрән йөкмәткеле, рухлы итеп үткәрҙе. Ҡыҙҙар, малайҙар үҙ тамырҙарын яҡшы белеүе менән ҡыуандырҙы, бөтәһе илленән ашыу шәжәрә ебәрҙе.
Етенсе көн «Урал батыр» эпосы һабаҡтары буйынса Инсаф Йәмилев кәңәштәр бирҙе.
Һигеҙенсе көн «Ағы барҙың — туғы бар» исеме аҫтында уҙҙы. Уны Римма Фәйзулла ҡыҙы алып барҙы. Уҡыусылар халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары — ҡорот, ҡыҙыл эремсек эшләү серҙәренә төшөндө.
Туғыҙынсы көн ҙур байрам — һабантуй булды. Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Муллахмәтова бик үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс итеп уҙғарҙы. Уҡыусылар белемдәрен камиллаштырҙы, ярыш ҡомары менән ихлас янды.
Унынсы көндә йомғаҡ яһалды, еңеүселәр билдәләнде. Билдәле музыкант Рәмил Ғәйзуллин менән осрашыу ҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Иң тулҡынландырғысы, әлбиттә, йомғаҡ яһау ине. Был сара тура эфирҙа уҙҙы. Беҙҙең район уҡыусылары иң-иңдәр иҫәбендә булыуы ҡыуаныслы. Мәрәйҙәр һаны буйынса Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары Нәркәс Баймырҙина икенсе, Гөлназ Нөғәмәнова өсөнсө урынға лайыҡ булды. Гүзәл Хәйбуллина призер, әүҙем ҡатнашыусылар тип Ралина Мостафина, Илзидә Шәйәхмәтова, Мораҙым Ғайсин танылды. Улар Мәғариф министрлығының ҡиммәтле бүләктәренә эйә булды. Шулай уҡ Ишбулды мәктәбенән Йәнгүзәл Шөғүрова әүҙем уҡыусы булараҡ билдәләнде.
Лагерҙың онлайн булыуы бер яҡтан ҙур форсат асты. Һәр баланың «Йәйләү»гә барғыһы килә бит. Ә бында тотош республиканан балалар үҙҙәрен һынап ҡараны, һәләттәрен күрһәтте.
— «Йәйләү»ҙә ял итеү бик оҡшаны. Быйыл яңы форматта үткәс, бик ҡыҙыҡ булды. Тәүге көндән үк әүҙем ҡатнашыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым, — ти Нәркәс Баймырҙина. — Бындағы ял башҡа лагерҙарҙан ныҡ айырыла. Башҡорт рухы көслө. Отрядтар түгел, ырыуҙар булдыҡ. Һәр көн бер тема аҫтында үтеүе үҙенсәлекле ине. Радио-телевидение ял барышын яҡтыртты, миңә лә интервью биреү форсаты тейҙе.
— Лагерҙа үткән Шәжәрә көнө айырыуса күңелемә ятты. Минең олатайым, Ишкилде ауылынан Мансур Усманов ун йыл дауамында бөтә нәҫел-нәсәпте барлап, ҙур шәжәрә төҙөнө. Бөтә туғандарҙы саҡырып, Шәжәрә байрамын уҙғарҙы, — ти Гөлназ Нөғә-мәнова. — Олатайым менән икәүләп лагерь өсөн аңлайышлы ғына итеп үҙебеҙҙең шәжәрә ағасын төҙөнөк. Был эш миңә оҡшаны. Хәҙер Нурия өләсәйем яғынан шәжәрә эшләргә тигән маҡсат ҡуйҙыҡ.
«Йәйләү»ҙәге йәйге ял тамам. Үҙҙәре өсөн күп яңылыҡтар асҡан, рухи донъяларын байытҡан балаларға яңы уҡыу йылында ла уңыштар ғына юлдаш булһын.
Читайте нас: