+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2020, 11:15

Уҡыусылар йәйгеһен китап уҡығанмы?

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә экология, ирекмәнлек, медиа, спорт, дизайн, үҙидара кеүек йүнәлештәрҙе уҡыусылар араһында йәнләндереү менән шөғөлләнгән «Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте» балалар араһында үҙенсәлекле һорау алыу үткәрҙе.#национальныепроекты#регпроекты#

Уҡыу йылы башланғас, сентябрь-октябрь айҙарында Бөтә Рәсәй тикшереү-контроль эштәре үтәсәк. Апрелдән алып дистанциялы уҡыуҙа булған балаларҙың белемдәрен һынау өсөн бөтә фәндәр буйынса контроль эштәр уҙғарыла.
Һорау алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, балаларҙың 61 проценты йәйге осорҙа китаптарҙы бөтөнләй ташлап ҡуймаған — улар төрлө әҙәбиәт уҡыған, 9 процент алдан БДИ һорауҙарына әҙерләнә башлаған, 5 проценты физика һәм математика буйынса белемдәрен нығытҡан, ә 39 процент мәктәп ишектәре ябылыу менән китапты асып та ҡарамауы тураһында белдергән. 23 процент онлайн форматта уҡыуҙың зыянлы булыуын билдәләгән, ҡайһы берәүҙәр хатта туған телде онота башлауҙары хаҡында белдергән.
Читайте нас: