+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2020, 11:05

Йәш математиктар грант аласаҡ

«Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә математика һәм информатика өлкәһендә яҡшы өлгәшкән уҡыусылар грантҡа дәғүә итә ала.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Грантҡа заявкалар 1 сентябрҙән 10 октябргә тиклем ҡабул ителә. РФ Мәғариф министрлығы билдәләгән грант күләме 125000 һум тәшкил итә. Әйткәндәй, был суммаға һалым һалынмай һәм уны яулаған уҡыусы аҡсаны үҙ белдеге менән тотона ала. Быйыл 850 иң шәп математикка грант бүлеү ҡаралған. Ә 2024 йылға тиклем аҡса 33 мең уҡыусыға биреләсәк тип күҙаллана.
Грант аҡсаһына математика, информатика һәм һанлы технологиялар буйынса профиль олимпиадалары һәм конкурстары еңеүселәре, фәнни-тикшеренеү эштиәре өсөн наградаларға лайыҡ уҡыусылар, ошо фәндәр буйынса патент яҡлаған һәләтле ҡыҙ-малайҙар дәғүә итә ала.
Читайте нас: