+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Август 2020, 11:00

Иң мөһиме – балаларҙың хәүефһеҙлеге

Мәғариф кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ауыл мәктәптәренә юл тотасаҡ өр-яңы автобустарҙың асҡыстарын тапшырҙы.

Мәғариф кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ауыл мәктәптәренә юл тотасаҡ өр-яңы автобустарҙың асҡыстарын тапшырҙы.
Хәүефһеҙлектең заманса талаптарына яуап биргән 38 “ГАЗель Некст” машинаһынан торған партия төпкөл һәм халыҡ аҙ йәшәгән тораҡтарҙағы меңдән ашыу баланы йөрөтәсәк. Өҫтәүенә яңы транспорт ауыл уҡыусыларына төбәк олимпиадаларында, спорт ярыштарында, мәҙәниәт сараларында йышыраҡ ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк.
Радий Хәбиров халыҡты автобус паркының тулыланыуы менән ҡотлап, яңы техниканың республика юлдарындағы хәлдең яҡшырыуына өлөш индерәсәген белдерҙе.
"Ауылда белем биреүҙең төп бурыстарының береһе - балаларҙың мәктәпкә йөрөүен хәүефһеҙ итеү. Беҙҙә автобустар паркы ҙур ғына, быйыл уны ныҡлы яңырта алдыҡ", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Белешмә:
2020 йылда мәктәп автобустарын яңыртыуға республика бюджетынан 106 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Мәғариф министрлығы был аҡсаға 44 “ГАЗель Некст” алды. Балаларҙы йөрөтөү өсөн республикаға тағы ла 91 машина кәрәк. Быйыл көҙ өҫтәмә рәүештә федераль бюджет иҫәбенән мәктәп автобустары алыу планлаштырыла.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: