-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Август 2020, 11:05

«Яратҡан эшем менән бәхетлемен»

Уҡытыусы һәр саҡ иң абруйлы һөнәр булып ҡаласаҡ. Һәр кемдең тормошта кем булып китеүе уҡытыусынан, уның дөрөҫ йүнәлеш биреүенән, уҡыусыларының һәләттәрен асып, үҫтереүҙән тора. Байым урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Дилбәр Исҡаҡова ла үҙенең уҡыусыларына тура юл күрһәтеүсе яҡты маяҡ. «Математиканы аңлағандар тормош ауырлыҡтарынан ҡурҡмай, кәртәләрҙе еңә», — тип иҫәпләй ул.

Байым урта мәктәбен миҙалға тамамлаған Дилбәр алдында ҡайҙа барырға, кем булырға тигән һорауҙар тормай. Әсәһе, математика уҡытыусыһы ҡыҙының теүәл фәндәргә һәләтен, ныҡышлығын күреп, бәләкәйҙән һин математика уҡытыусыһы буласаҡһың тип ҡабатлай. Тамсы тама-тама ташты тишә тигәндәй, дүрт тиҫтә йыл балаларға математика серҙәрен төшөндөргән, үҙен дә уҡытҡан абруйлы педагог Гөлниса Абдрахман ҡыҙының һүҙҙәре йоғонтоһомы, әллә Дилбәрҙең үҙенең фәндәр батшабикәһе — математикаға һөйөүе көслө буламы, ҡыҙ һис икеләнмәй уҡытыусы булырға ҡарар итә. 1993 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инеп, биш йылдан дипломлы белгес булып сыға. Йәш уҡытыусы Сибай ҡалаһында эш башлай. Әсәһе яңғыҙ ҡалғас, ҡәҙерле кешеһе янына күсеп ҡайта.
2002 йылда Дилбәр Әнүәр ҡыҙы үҙе белем алған Байым урта мәктәбе ишеген математика уҡытыусыһы булараҡ асып инә. Тәүге көндән үк уҡыусыларында ауыр ҙа, мауыҡтырғыс та фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алған педагог коллективта ла тиҙ арала абруй яулай. Яуларлыҡ та. Башкөллө, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, эшкә сума ул. Заман талаптарына яуап биргән яңы педагогик алымдарҙы өйрәнеп, ғәмәлдә һынап ҡарай. Дәрестәре гел юғары баһаға лайыҡ. Күп нәмәләрҙе әсәһенән — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән юғары исемгә лайыҡ Г. Сөләймәнованан өйрәнә. Ныҡ талапсан, теүәллек яратҡан, һәр эште ваҡытында һәм урын-еренә еткереп башҡарыуҙы алға ҡуйған педагог үҙенең юлынан киткән ҡыҙына һәр яҡтан терәк, кәңәшсе була.
— Балаларҙа математикаға нисек ҡыҙыҡһыныу уятаһығыҙ? Бөтә балалалар ҙа теүәл фәндәрҙе үҙ итмәй бит, — тип һорамайынса булдыра алманым.
— Ысынлап та, математика бик ауыр предмет. Хатта, үҙем дә, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе сисә алмай таңға тиклем ултырған бар. Ә балаларға ябай итеп, аңлайышлы миҫалдар ярҙамында яңы теманы еткерергә тырышам. Аңламай ҡалғандарға дәрес ваҡытында уҡ иғтибар бүләм, — ти Дилбәр Әнүәр ҡыҙы. — Миңә малайҙар менән эшләү нығыраҡ оҡшай, уларҙы тиңдәш итеп күрергә кәрәк. Гел әрләп торорға ярамай, баланы аңлап ҡабул итеү, уға дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү мөһим тип иҫәпләйем.
Бөгөн Д. Исҡаҡова — 22 йыл хеҙмәт стажына эйә юғары категориялы уҡытыусы. Уның уҡыусылары араһында абруйлы техник вуздар студенттары ла, физика-математика факультетын һай-лағандар ҙа бар. Уҙған уҡыу йылында Байым урта мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусылары район буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтте: профилле математиканан Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға тапшырҙы. 82-84 балл йыйған уҡыусыларының яҡшы вуздарға һис ҡаршылыҡһыҙ инеүенә шикләнмәй педагог.
— Быйыл пандемия арҡаһында Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү ҡыйынлыҡтар тыуҙырғандыр. Шулай ҙа һеҙ иң юғары һөҙөмтәләр менән маҡтана алаһығыҙ...
— Был минең генә хеҙмәт түгел, уҡыусылар үҙҙәре лә ныҡ тырышты. Имтиханға белемдәр буйынса төркөмдәргә бүленеп әҙерләндек. Консультациялар онлайн уҙҙы, балалар күберәк үҙаллы эшләне, — ти математик. — Ғөмүмән, Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек бишенсе кластан эҙмә-эҙлекле алып барыла, тап шуның өсөн дә беҙҙең уҡыусыларыбыҙ һынатмай. Етди һынауҙарҙы лайыҡлы үткәргәндәре өсөн уҡыусыларыма ла, ата-әсәләренә лә рәхмәтлемен. Дистанциялы белем биреүҙә тап уларҙың ныҡлы иңен, ярҙамын тойоп эшләнем.
Д. Исҡаҡова мәктәп директорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары ла. Тынғыһыҙ уҡытыу эше завучтың бөткөһөҙ мәшәҡәттәренә яуаплы ҡарарға ҡамасауламай.
— Алдына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшмәй ҡалмаған, һөнәренә мөкиббән киткән, ихтирамлы уҡытыусыларыбыҙҙың береһе ул Дилбәр Әнүәр ҡыҙы. Балаларҙы шул тиклем ярата, улар менән ихлас эшләй, — тип йылы һүҙен йәлләмәне Байым урта мәктәбе директоры Зилә Зарипова.
Мәктәп тормошо уртаһында ҡайнап йәшәй ул. Класс етәксеһе булараҡ, уҡыусылары менән төрлө кисә-саралар ойошторһондармы, поход-экскурсияларға барһындармы — барыһына ваҡыт табырға тырыша. Спортты ла үҙ итә: белем усағының волейбол командаһы төрлө ярыштарҙа ал бирмәй. Мәктәптең «Тере шишмә» бейеү ансамбле составында концерттарҙа сығыш яһарға өлгөрә.
Ғаиләһенән дә уңған, тормош иптәше Хәсән менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Өлкәндәре Айһылыу математиктар династияһын дауам итеп, өләсәһе менән әсәһенең юлын һайлаған. БДУ-ның физика-математика факультетында белем ала. Гөлсибәр — бишенсе класта.
— Яратҡан эшем, ғаиләм менән бәхетлемен. Коллективым бик оҡшай, татыу, берҙәмбеҙ. Миңә белем биргән уҡытыусылар менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүе үҙе ҡыуаныс. Йортома ҡайтһам, эшемде аңлап ҡабул иткән ирем, уңыштары менән һөйөндөргән ҡыҙҙарым бар, — ти Дилбәр Әнүәр ҡыҙы. — Яңы уҡыу йылын түҙемһеҙлек менән көтәм, уҡыусыларымды һағындым.
Белем үрҙәрендә математика фәне «ҡаяларын» яулау иң ауырылыр, моғайын. Әммә үҙ юлынан ышаныслы атлаған, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған, бөтә белгәнен, ваҡытын уҡыусыларына бағышлаған педагог өсөн кәртәләр юҡ. Абруйлы уҡытыусының бөтә маҡсат-ниәттәре тормошҡа ашһын тип теләйек.
Читайте нас: