— Мәктәптә уҡытыу процесы ябыҡ режимда бара, ата-әсәләр унда бик ныҡ кәрәк булғанда ғына инә аласаҡ, — тине ведомство вәкиле. — Берҙәм ҡыңғырау системаһы туҡтатыла, һәр класс өсөн айырым тәнәфестәр булдырыла. Ата-әсәләр йыйылыштары дистанциялы уҙғарыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ҡаралған бөтә программаларҙы тормошҡа ашырыу дауам итәсәк.