+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2020, 12:30

Бында төплө белем бирәләр

Ишҡол урта мәктәбе — алдынғы белем усаҡтарының береһе. Ике тиҫтә йылдан ашыу коллективҡа етәкселек иткән Азат Рәфҡәт улы Махийәнов уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлгә ҡуйған. Тәжрибәле, ижади ҡарашлы уҡытыусылар балаларға, заман талаптарына ярашлы, лайыҡлы белем бирә.

Ишҡол урта мәктәбе — алдынғы белем усаҡтарының береһе. Ике тиҫтә йылдан ашыу коллективҡа етәкселек иткән Азат Рәфҡәт улы Махийәнов уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлгә ҡуйған. Тәжрибәле, ижади ҡарашлы уҡытыусылар балаларға, заман талаптарына ярашлы, лайыҡлы белем бирә.
Яңы уҡыу йылын белем усағы яҡшы әҙерлек менән ҡаршылай. Ишҡол урта мәктәбе йыл да район мәғариф бүлеге комиссияһы тарафынан юғары баһалана. Быйыл да бында ремонт эштәре үткән, буяу еҫтәре аңҡып торған класс бүлмәләре уҡыусыларҙы көтә. Белем усағы алдына тротуар плитәләре түшәлгән, тамбур яңыртылған. Мәктәптең спорт залы бар «Ауыл ерендә спортты үҫтереү» программаһы буйынса эшләнгән. Ишҡол мәктәбе 2008 йылда грантҡа эйә булып, бер миллион һум алған. Был аҡсаларға компьютер класы йыһазландырылған.
Ишҡол урта мәктәбенең ике филиалы — Рауил төп, Тәпән башланғыс белем биреү мәктәптәре лә яңы уҡыу йылын ҡаршылауға әҙер. Рауилда йылы бәҙрәф эшләнгән, был маҡсатта район бюджетынан аҡса бүленгән. Уҙған уҡыу йылында бында ла спорт залы яңыртылған. Ауыл халҡы район етәкселеге менән һәр йыйында күтәргән ҙур мәсьәлә хәл ителгән — Тәпән мәктәбендә 14 тәҙрә замансаға алыштырылған, шулай уҡ эстә уңайлыҡтар булдырылған.
Мәктәп директоры Азат Махийәнов Ишҡолда 170 бала иҫәпләнеүен, уҡыу бер сменала ойошторолоуын әйтеп үтте. Дәүләтша менән Тәпән ауылдарынан 28 бала йөрөп уҡый, уларҙы ике автобус ташый. Исҡужанан 10 уҡыусы интернатта йәшәй. Интернат бинаһында бынан тыш, балалар баҡсаһы, 1-2-се кластар өсөн кабинеттар урынлашҡан. Йәй эсендә бинала тәҙрә-ишектәр яңыртылған. Иң ҡыуаныслыһы, тағы бер мәктәпкәсә йәштәге төркөм асылған. Быға тиклем 40 бала йөрөһә, яңы төркөмдә тағы 30 баланы ҡабул итәсәктәр.
— «Демография» милли проекты буйынса республиканың мәғариф министрлығы тарафынан 3 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Был сараларға яңы төркөм өсөн уйын һәм йоҡо бүлмәләре, бәҙрәф, запас сығыу урындары эшләнде, йыһаз, уйынсыҡтар, башҡа кәрәк-яраҡ алынды. Ашханаға заманса мейестәр, өҫтәлдәр, һыуытҡыс, электр ит үткәргесе ҡуйылды, — тип өр-яңы матур төркөм бүлмәләрен күрһәтте Азат Рәфҡәт улы.
Мәктәптең ғорурлығы — уның коллективы. Белем усағында ижади ҡарашлы, эҙләнеүсән, заман менән бергә атлаған, талапсан, үҙ һөнәрен яратҡан уҡытыусылар тупланған. Педагогтар йәш быуынға белем биреүҙә арымай-талмай эшләй. Белем усағы директоры Азат Махийәнов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы. Азат Рәфҡәт улы коллективҡа 23 йыл уңышлы етәкселек итә, 1987 йылдан алып трактор йөрөтөү, рәсем, һыҙма дәрестәренән уҡыта. Мәктәптең үҙенең тракторы бар, 9-11-се кластар уны йөрөтөргә өйрәнә һәм имтихан тапшыра. Әйткәндәй, районда трактродромы булған уҡыу йорто Ишҡолда ғына, тап шуның өсөн дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы имтиханды бында уҙғара. Быйылдан ҡыҙҙар ҙа был ауыр һөнәрҙе үҙләштерә башлаясаҡ. Директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Фирҙәүес Әсәҙуллина — Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, юғары категориялы инглиз теле уҡытыусыһы, тәжрибәле педагог. Тәрбиә эше буйынса урынбаҫар Динара Әбүзәрова — беренсе категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы. Республика кимәлендәге призерҙар әҙерләгән юғары категориялы география уҡытыусыһы Зөләйха Зекрина балаларға 40 йыл белем бирә, намыҫлы хеҙмәте РФ-ның почетлы мәғариф хеҙмәткәре исеме менән билдәләнгән. Дүрт тиҫтә йыл дауамында башланғыс кластарҙы уҡырға-яҙырға өйрәткән юғары категориялы уҡытыусы, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы — Сулпан Зәйнетдинова, юғары категориялы математика уҡытыусыһы, РФ-ның почетлы мәғариф хеҙмәткәре — Фатима Махийәнова, юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы Лилиә Рәхмәтуллина, 38 йыл хеҙмәт стажына эйә технология уҡытыусыһы Азамат Аҫылғужин, беренсе һәм юғары категориялы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Айһылыу Мөхәмәтдинова менән Зарема Әбдрәхимова, юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы Зилә Ҡаһарманова мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән абруйлы педагогтар. Белем усағында өс тиҫтә йылдан артыҡ китапханасы булған Дания Вәлиева ла үҙ эшенә яуаплы ҡарай.
Ишҡол урта мәктәбе районда өлгәш һәм башҡа уҡытыу күрһәткестәре буйынса алдынғы урында, төп предметтар — рус теле һәм әҙәбиәте, математика буйынса берҙәм дәүләт имтихандары йыл да уртаса республика күрһәткесенән юғары була. Уҡыусылар район, республика олимпиадаларында ҡатнаша, урындар ала. Урта мәктәптең 43-сө сығарылышын 8 уҡыусы тамамлаған, икәүһе — Дилә менән Зилә Сабитовалар миҙалға лайыҡ булған.
— Белем усағының яҡшы иҫәптә булыуы — уҡытыусылар коллективының тынғыһыҙ хеҙмәт һөҙөмтәһе. Педагогтарҙың күбеһе мәктәптә утыҙ-ҡырҡ йыл эшләгән тәжрибәле уҡытыусылар. Өмөтлө йәш педагогтар ҙа уңыштары менән ҡыуандыра, — ти Азат Махийәнов.
Төп уҡытыу процесынан тыш, мәктәптә тәрбиәүи саралар даими уҙғарыла. Балаларҙы спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бүленә. Тренер Фәйезйән Әхмәтйәнов етәкләгән милли көрәш секцияһына 25-тән ашыу бала йөрөй, улар араһында район, республика ярыштары чемпиондары бар. Венер Боҫҡонов еңел атлетика буйынса ҡыҙҙар һәм малайҙар командалары менән айырым шөғөлләнә. Улар Президент ярыштарында республикала икенсе урын яулағандар. Йыр-бейеүгә маһирҙар өсөн түңәрәктәр эшләй.
Мәктәп баҡсаһы йыл да мул уңыш бирә. Емешкә бай быйылғы йәйҙә сейә, ҡарағат уңған, уны һатып 30 мең һумдан ашыу аҡса эшләгәндәр. Түтәлдәрҙә кишер, сөгөлдөр, һуған, ҡыяр, помидор, ҡабаҡ, борос өлгөргән. Баҡсала уҡытыусыларҙың ҡул көсө менән сағыу матурлыҡ булдырылған — мәктәп ихатаһы аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән.
Яңы уҡыу йылында башланғыс кластар бушлай туҡланасаҡ. Ишҡолда башланғыс звенола белем алған 60 уҡыусы өсөн ашатыу ойоштороласаҡ. Мәктәп директоры әйтеүенсә, был йәһәттән проблемалар юҡ. Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе эшҡыуар Илгиз Солтанов һәр саҡ сифатлы продукцияға өҫтөнлөк бирә.
Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. 1976 йылда сафҡа индерелгән уҡыу йортона бер ҙә капиталь ремонт яһалмаған. Дүрт тиҫтәнән ашыу ваҡыт эсендә бинаның ҡыйығы, иҙән-түбәләре күптән туҙған.
Коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында мәғариф учреждениеларына санитар талаптарҙы үтәргә тура киләсәк.
— Уҙған уҡыу йылында дистанциялы белем биреү ауыл ерендәге мәктәптәр өсөн ҡулай булмауын күрһәтте. Беҙҙә интернет, телефон бәйләнеше бөтөнләй насар, етмәһә ғаиләләрҙә ике-өс балаға компьютер, гаджеттар алыу мөмкинлеге юҡ. Булған осраҡта ла техник өҙөклөктәр арҡаһында ҡыйынлыҡтар булды, — ти Азат Рәфҡәт улы. — Мин ғәҙәти белем биреү яҡлы. Уҡыусыларға мәктәпкә килеп, уҡытыусы аңлатҡанын тыңлау, яңы теманы күмәкләп өйрәнеүгә бер ни етмәй. Тап шуның өсөн яңы уҡыу йылында уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү мөһим. Һау-сәләмәт булып, уҡыу йылын парта артында үткәрергә яҙһын. Коллегаларыма ижади уңыштар, уҡыусыларға тырышлыҡ һәм бөтә маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен теләйем!
Читайте нас: