+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь 2020, 10:30

Ҙур мөмкинлектәргә юл аса

Башҡортостанда “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған милли проекттар халыҡтың йәшәйешендә уңайлыҡтар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған милли проекттар халыҡтың йәшәйешендә уңайлыҡтар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
Ейәнсура районында ла “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыуҙа бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтарҙың юҡлығын, киреһенсә, был юҫыҡта эштәрҙең тәүге көндәрҙән үк юлға һалыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
“Мәғариф” милли проектының “Һанлы мәғариф мөхите” проектына ярашлы, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы Башҡорт гимназия-интернатына иҫәп-хисап техникаһы, программа менән тәьмин итеү саралары һәм презентация үткәреү ҡорамалдары алынған. Маҡсат – уҡыусыларҙы һәм педагогтарҙы һанлы мәғариф инфраструктураһы менән тәьмин итеү, шулай уҡ белем биреүҙе автоматлаштырыу һәм һөҙөмтәлелекте арттырыу.
Читайте нас: