+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Сентябрь 2020, 13:24

Хәмиттә спортзал яңырҙы

Урта мәктәп уҡыусылары яңы уҡыу йылында физкультура дәрестәрен танымаҫлыҡ булып яңырған спортзалында башланы. Ошо көндәрҙә белем усағында шатлыҡлы ваҡиға уҙҙы — спортзал тантаналы асылды.

Урта мәктәп уҡыусылары яңы уҡыу йылында физкультура дәрестәрен танымаҫлыҡ булып яңырған спортзалында башланы. Ошо көндәрҙә белем усағында шатлыҡлы ваҡиға уҙҙы — спортзал тантаналы асылды.
Хәмиттәрҙең оло ҡыуанысын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар — РФ Дәүләт Йыйылышы депутаты З. З. Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты А. И. Бейембәтов, район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Р. М. Әғзәмова килде.
— Бөгөн тантаналы сара — мәктәптә капиталь ремонттан һуң спорт залы асыла. Был эш «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Балалар спорты» федераль программаһы ярҙамында атҡарылды, — тине Зариф Закир улы. — Әлеге программа ауыл балаларына спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр булдырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. Быға тиклем һеҙҙең районда Рауил, Амангилде, Ишҡол, Әбделмәмбәт, Күсем руднигы мәктәптәрендә спорт залдары ремонтланды. Хәҙер физкультура дәрестәре уңайлы, яҡты, йылы бинала уҙасаҡ.
Депутат буш ҡул менән килмәгән, ул мәктәпкә футбол, волейбол, баскетбол өсөн туптар бүләк итте.Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев Хәмит мәктәбе коллективын һәм уҡыусыларҙы тәбрикләп, был эштә оло ярҙам күрһәткән депутат Зариф Байғусҡаровҡа рәхмәт һүҙҙәре белдерҙе.
Йәйге каникул осоронда капиталь ремонтты атҡарып, уҡыу йылына өлгөрткән подрядсы ойошма — ремонт-төҙөлөш төркөмө етәксеһе А. Ә. Тутаев изге теләктәр юлланы. Азамат Әҡсән улы Хәмит мәктәбе уҡыусыларына һөйөнөслө яңылыҡ еткереп, белем усағының майҙансығына спорт комплексы ҡуйырға вәғәҙәләне.
Хәмит ауыл биләмәһе башлығы Ф. Д. Ғәҙелшина ла шатлығын йәшермәне.
— Балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ. Өлкәндәрҙең бурысы уларҙы шәхес, илгә кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләү. Тырышып уҡығыҙ, спорт менән шөғәлләнегеҙ. Алыҫ тип тормай, хөрмәтле ҡунаҡтарҙың беҙҙең ауылға килеүе оло мәртәбә, уларға иғтибарҙары, бүләктәре өсөн рәхмәт, — тине Фирүзә Дилмөхәмәт ҡыҙы.
Хакимиәт етәксеһе белем усағын төҙөкләндереү буйынса күп эштәр башҡарылыуын билдәләне. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты ярҙамында мәктәптең икенсе ҡатындағы тәҙрәләр алыштырылған, былтыр «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса ошо уҡ биналағы балалар баҡсаһының тәҙрәләре лә яңыртылған.
— Спорт залы балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә яратҡан урыны буласаҡ, — тип белдерҙе башлыҡ. — Сөнки кистәрен ауыл йәштәре бында спорт менән шөғөлләнә. Ағымдағы йылда «Сәләмәт ауыл» район конкурсында ҡатнашҡан хәмиттәр өсөн спорт ярыштары уҙғарыу өсөн мөмкинлек тыуҙы.
Мәктәп директоры И. Ғ. Килдейәров капиталь ремонтҡа ҡағылышы булған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ал таҫманы киҫкәндән һуң ҡунаҡтар өр-яңы спорт залын ҡараны.
Ул ысынлап та, яҡты, күркәм килеп сыҡҡан. Тәҙрә-ишектәр, иҙән алыштырылған, йылытыу, электр хужалығы яңыртылған. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым сисенеү бүлмәләре, уҡытыусы өсөн бүлмә, спорт кәрәк-ярағын һаҡлау өсөн бүлмә эшләнгән. Буяуҙары ялтырап торған спорт залында дәрес уҙғарыуы ла күңелле буласаҡ. Физкультура уҡытыусыһы Г. Н. Һаҙыеваның да шатлығы ҙур, элекке менән сағыштырырлыҡ түгел, иң мөһиме йылы буласаҡ, ти. Бындай спорт залдары ҡала мәктәптәрендә лә юҡтыр әле. Хәмит малайҙары һәм ҡыҙҙары һынатмаҫҡа, яҡшы уҡырға, көс түгеп эшләнгәнде ҡәҙерләргә һүҙ бирҙе.
Читайте нас: