-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Сентябрь 2020, 11:52

Тырыштар еңеү яулай

Яңы уҡыу йылы башланғас та Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһы — Санкт-Петербургта «Үҙеңдә ғалимды ас» VII Бөтә Рәсәй фәнни-инновацион ғәмәли конференцияһы үткән.

Яңы уҡыу йылы башланғас та Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһы — Санкт-Петербургта «Үҙеңдә ғалимды ас» VII Бөтә Рәсәй фәнни-инновацион ғәмәли конференцияһы үткән. Был сараның төп маҡсаты — һәләтле, белемле һәм фәнни тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр алып барған балаларҙы туплау. Конференция Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты, халыҡ-ара банк институты, Санкт-Петербург диңгеҙ техник университеты, Ж. Алферова исемендәге Санкт-Петербург милли эҙләнеү академия университеты менән берлектә ойошторолған. Конференцияла ҡатнашыу уҡыусыларға ошо ҡаланың юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөк биреүе менән абруйлы.
Етенсе тапҡыр үткәрелгән конференцияла Башҡортостан намыҫын Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 10-сы класс уҡыусыһы Рушана Хисаметдинова яҡлаған. Республиканан делегация беҙҙең райондан ғына булыуы бик мәртәбәле. Быйыл был сарала 54 төбәктән 12-нән 18 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашҡан, 16 секцияла эш алып барылған. Рушана (уның етәксеһе — гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Ринат ҡыҙы Муллахмәтова) «Шәғәли Шаҡман — халыҡ илсеһе» темаһына фәнни-тикшеренеү проектын яҡлаған. Әйткәндәй, был тикшеренеү өҫтөндә уға оҙаҡ ваҡыт эшләргә тура килгән. Тамъян ырыуының атаҡлы башлығы Шәғәле Шаҡман бейҙең тормош юлын һәм шәжәрәһен, тарихта, әҙәбиәттә, халыҡ ижадында, сәнғәттә нисек сағылыуын тулыһынса өйрәнеп, Интернет селтәрендә бөйөк тархан тураһында мәғлүмәти бит тә булдырған.
Ҡыҙыҡлы, ентекле өйрәнелгән фән-ни эше менән Рушана тарих секцияһында беренсе урын яулаған һәм ҡиммәтле бүләккә эйә булған. Төрлө юғары уҡыу йорттарынан булған эксперттар Рушананың эшен юғары баһалай һәм Башҡортостан, бөйөк тархан тураһында бай мәғлүмәт алыуҙары хаҡында әйтәләр. Хатта сығыш яһап бөткәс, мотлаҡ Башҡортостанға сәләм еткерергә ҡушалар. Етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Ринат ҡыҙының да Рушана өсөн ҡыуанысы сикһеҙ.
— Уҡыусым менән Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһында республиканы юғары кимәлдә күрһәтә алыуыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланам. Был беҙҙең өсөн бик юғары баһа. Рушана бик яҡшы уҡый, әүҙем ҡыҙ, фәнни тикшеренеү эштәре менән 4-се кластан шөғөлләнә. Республикала үткәрелгән конференцияларҙа еңеүҙәр яулай. Яҙ Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән дистанцион фәнни-ғәмәли конференцияла өсөнсө урынды алды. Рушана менән эҙләнеү, төрлө проект эштәре алып барыу мауыҡтырғыс. Ата-әсәһе лә — Ришат һәм Йондоҙ Хисаметдиновтар һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Йәйге каникулда ғаиләләре менән Белорет районының Ҡаһарман ауылына Шәғәли Шаҡмандың ҡәберлегенә лә барып ҡайттылар. Рухлы булыуҙары һоҡландыра һәм мин уларға айырыуса ҙур рәхмәтемде еткергем килә, — тине А. Муллахмәтова. — Шулай уҡ гимназия директоры Рамил Әхмәтовҡа, район мәғариф бүлегенә беҙҙе дәртләндереп тороуҙары өсөн рәхмәт.
Биш көн дауам иткән конференция-ның программаһы бик бай, мауыҡтырғыс булған. Уҡыусыларға «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны, Санкт-Петербург буйлап күргәҙмә экскурсиялар, уҡытыусылар өсөн «түңәрәк өҫтәл» ойошторолған һәм был саралар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырған.
— Әбйәлил уҡыусылары араһында һәләтле, фән менән ҡыҙыҡһынған балалар бик күп. Улар республикала ғына үткәрелгән саралар менән сикләнеп ҡалмаһындар, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнашһындар ине. Киләһе йыл районыбыҙҙан тағы ла күберәк уҡыусылар барһындар, күрһендәр, үҙҙәрен үҫтерһендәр ине тигән теләктә ҡалам. Ысынлап та, бөгөнгө көндә мөмкинлектәр бик күп, теләк кенә кәрәк, — ти Альбина Ринат ҡыҙы.
Ижади ҡарашлы, тынғыһыҙ уҡытыусы менән маҡсатлы, тырыш ҡыҙҙы ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: