Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, грант алыуға ғаризаны мәктәп уҡыусыһының тулы хоҡуҡлы вәкиле йәки 14 йәшлек һәм унан ашҡан уҡыусы үҙе бирә ала. Грант түләү тураһындағы ҡарар 1 ноябргә саҡлы ҡабул ителәсәк. Электрон ғаризаға уҡыған урындан белешмәнең һәм күрһәтелгән йүнәлештәрҙәге юғары күрһәткестәрҙе раҫлаған документтарҙың скан-күсермәһе йәки фотоһы беркетелергә тейеш. Ғаризала шулай уҡ Рәсәй банкында асылған иҫәптең реквизиттары булыуы ла мотлаҡ.