Уҡыусыларҙың төплө белемле булыуы мөғәллимдәрҙең һөнәри оҫталығынан тора. Шуға күрә, уҡытыусының квалификацияһын күтәреү иғтибар үҙәгендә. Милли проект һанлы технологиялар ҡулланырға өйрәтеү өсөн төрлө вуздар базаһында оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Мәҫәлән, Урал дәүләт университетында (Свердловск өлкәһе) «Киләсәк уҡытыусыһы» үҙәге эшләй, ул педагогтарҙы ил күләмендәге конкурстарға әҙерләй, быйыл ғына унда ҡатнашыуға 40 меңгә яҡын заявка булған. Был бәйгелә Рәсәйҙә эшләүсе һәр педагог ҡатнаша ала.