“Вожатыйҙар лигаһы” Бөтә Рәсәй конкурсы финалына Башҡортостандан 14 ҡыҙ һәм егет сыҡҡан.
Был хаҡта республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Әйткәндәй, “Вожатыйҙар лигаһы” Бөтә Рәсәй проекты Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте тарафынан “Мәғариф” милли проектының “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Проекттың маҡсаты – яңы формациялағы вожатыйҙар әҙерләү буйынса асыҡ берекмә ойоштороу. Әле “Вожатыйҙар лигаһы” Бөтә Рәсәй проекты тотош Рәсәйҙең 29 меңдән ашыу вожатыйын берләштерә.
Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған “Вожатыйҙар лигаһы” финалы быйыл онлайн-форматта үткәреләсәк. Илдең 85 төбәгенән 4 меңдән ашыу вожатый ҡатнашырға теләк белдергән. Ә Башҡортостандан “Стажер вожатый”, “Өлкән вожатыйҙар”, “Балалар коллективтары менән ваҡытлыса эшләгән вожатыйҙар” һәм “Балалар коллективтары менән даими эшләгән вожатыйҙар” номинацияларында ҡатнашҡан ҡыҙҙар менән егеттәр финалға сыҡҡан. Уларға балалар менән тәрбиәүи эш ойоштороу кимәлен күрһәткән күнегеүҙәрҙе эшләргә тура киләсәк. Һөҙөмтәлә барлығы 100 кеше “Вожатыйҙар лигаһы” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе тип таныласаҡ.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.