+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Ноябрь 2020, 12:02

Уҡыусылар халыҡ-ара ярышта ҡатнаша

Баш ҡалалағы “Футурика” йәштәр башланғыстары үҙәгендә шөғөлләнгән уҡыусылар, студенттар, йәш эшҡыуарҙар үҙҙәрен төрлө яҡлап һынап ҡарай, абруйлы сараларҙа, конкурс һәм чемпионаттарҙа даими ҡатнаша.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баш ҡалалағы “Футурика” йәштәр башланғыстары үҙәгендә шөғөлләнгән уҡыусылар, студенттар, йәш эшҡыуарҙар үҙҙәрен төрлө яҡлап һынап ҡарай, абруйлы сараларҙа, конкурс һәм чемпионаттарҙа даими ҡатнаша. Был үҙәк “Киләсәк фабрикаһы” тигән исем аҫтында ла билдәле.
Өфөнөң 62-се лицейынан әлеге үҙәктә шөғөлләнгән Х класс уҡыусылары донъя кимәлендә билдәле булған “CASE-IN” халыҡ-ара инженер чемпионатының Көҙгө кубогының һайлап алыу турында ҡатнаша.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, “Футурика” йәштәр башланғыстары үҙәге проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ведомство белгестәре әйтеүенсә, баш ҡалабыҙ уҡыусылары ошоноң ише абруйлы чемпионатта үҙҙәрен тәүге тапҡыр һынап ҡарай.
Фото: mgazeta.com
Читайте нас: