«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ил буйынса биш мең ауыл һәм бәләкәй ҡала мәктәптәрендә «Үҫеү нөктәһе» һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәре федераль селтәре эшләй. Уларҙың өс меңе быйыл үҙ ишектәрен асты. Республикала милли проект тормошҡа ашырылған ике йылда 175 «Үҫеү нөктәһе» асылды.
Форум дистанциялы рәүештә уҙҙы. Уның эшендә ҡатнашыусы төбәк һәм муниципаль мәғариф менән идара итеү органдары вәкилдәре, «Үҫеү нөктәһе» үҙәктәре етәкселәре, технология, информатика һәм ОБЖ уҡытыусылары, педагог-ойоштороусылар, өҫтәмә белем биреү педагогтары белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендәге эксперттар менән бергә «Мәғариф» милли проекты буйынса ике йыллыҡ эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны, төрлө һорауҙар буйынса фекер алышты. Форум әһәмиәтле һәм ылыҡтырғыс булды. Тура эфирҙа барған сессияларҙы бер юлы 8 мең кеше ҡараны, бөтәһе 30290 педагогты берләштерҙе.