Быйыл октябрҙә Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы, ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты нигеҙендә, йәштәргә алдан уҡ һөнәри йүнәлеш биреүгә йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй асыҡ онлайн-дәрестәр конкурсын ойошторҙо.
Конкурста бөтә ил буйынса дөйөм һәм һөнәри белем биреү ойошмалары коллективтары ҡатнашты. Нефтекама машиналар эшләү колледжы уҡытыусыһы Станислав Ишембаев та бәйгелә көсөн һынап ҡарарға булып, “Электромонтерҙар һәм электриктар” темаһы буйынса дәрестең видеояҙмаһын ебәрә. Асыҡ дәрес электроника буйынса практик эшкә арнала.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Станислав Ишембаев “Һөнәрҙәр донъяһы менән танышыу” номинацияһында еңеүсе тип таныла. Әйткәндәй, был конкурстың маҡсаты – белем биреүҙә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын уҡыусыларҙың һөнәр һайлауы проблемаһына йүнәлтеү, шулай уҡ уларҙы ошо өлкәне үҫтереүгә булышлыҡ иткән методик һәм аудиовизуаль материалдар төҙөү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү.
Фото: education.bashkortostan.ru