+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Ноябрь 2020, 10:15

Төньяҡ-көнсығыш өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге

Быйыл Дыуан күп профилле колледжы "Мәғариф" милли проектының “Йәш һөнәрмәндәр” проекты буйынса федераль конкурста ҡатнашып, грант отто.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, милли проекттарҙың һәммәһе лә илебеҙ Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, быйыл Дыуан күп профилле колледжы "Мәғариф" милли проектының “Йәш һөнәрмәндәр” проекты буйынса федераль конкурста ҡатнашып, грант отто.
– Ошо грант аҡсаһы уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яҡшыртыуға тотоноласаҡ, – тип һөйләй колледж директоры Талип Фазлаев. – Бөтә план-хыялдарҙы ла ҡыҙ һәм егеттәрҙең киләсәген уйлап төҙөйбөҙ. Беҙҙә ике меңдән ашыу студент белем эстәй. Педагогтар тәрән белемле белгестәр әҙерләү өсөн көсө менән дә, ваҡыты менән дә иҫәпләшмәй.
Фото: Дыуан районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: