+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ноябрь 2020, 12:15

Булмышы ла исеме кеүек матур

Ырымбурҙа 1917 йылда үткән Башҡорттар ҡоролтайында 16 йәшлек Рабиға Ҡушаева, үҙенең ялҡынлы сығышында, гүзәл заттарҙың да ир-егеттәр менән бер рәттән сәйәси һәм йәмәғәт тормошонда хоҡуҡтары тигеҙ булыуын билдәләп: «Ҡатын-ҡыҙ — ул милләтте үҫтереүсе, улар милләт әсәһе!» тигән. 2018 йылда Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы инициативаһы менән республикала «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» тигән миҙал булдырылды һәм уны тәүгеләрҙән булып тап беҙҙең Әбйәлил ҡатындары — Сәүҙә Шаһивәлиева, Венера Мансурова, Айһылыу Мөхәмәтдинова, Гөлдәр Рәхимова һәм Ғәйнур Рәхмәтуллина алды. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, был миҙал Башҡортостандың иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарына — лайыҡлы балалар тәрбиәләгән, әүҙем йәмәғәтсе булған, үҙ иле, үҙ ауылы өсөн күп эштәр башҡарған гүзәл заттарға бирелә. Киләһе йылдарҙа ла миҙаллылар исемлеген әбйәлилдәр тулыландырҙы. Шундайҙарҙың береһе — Үтәгән ауылында йәшәүсе ветеран уҡытыусы Гөлсәсәк Фәхрисламова.

Алыҫ 1949 йылда Үтәгән ауылында Хәфизә һәм Сәлмән Ғәлләмовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға ауаз һала ул. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуңынан алдынғы колхозсы булған атаһынан, сәсән телле, ижади күңелле, балалары тип йән атып торған әсәһенән хеҙмәт тәрбиәһе алып, үҙенән бәләкәй туғандарын үҫтерешеп, буй еткерә Гөлсәсәк. Амангилде мәктәбен тамам-лағас, бынамын тигән уҡытыусылар әҙерләүсе Сибай педучилищеһына юллана. Уҡытыусы булам, тигән маҡсат менән янмаһа ла (тәүҙә ул медицина йүнәлешен һайларға ниәтләй), иптәш ҡыҙҙарына эйәреп, педагогия училищеһына бара. Һөҙөмтәлә, уны бергә барырға өгөтләгән әхирәттәре һынауҙарҙы тапшыра алмай ҡайтып китә, ә Гөлсәсәк, студенттар рәтенә инеп, Сибайҙа яңғыҙы тороп ҡала. «Ят ергә, белмәгән кешеләргә өйрәнеп китеүе тәүге ике айҙа үтә ҡыйын булды, әллә ҡайтайым да китәйем микән, тигән уйҙар ҙа биләне, — тип хәтерләй йәшлек йылдарын Гөлсәсәк Сәлмән ҡыҙы. — Тик ул мәлдә автобусы йөрөп торамы һуң әле, ҡайтам тиһәң, бер бәлә, юлаусы машиналарға эләгеп, үҙебеҙҙең районға килеп етһәң дә, Үтәгәнгә хәтлем күпме бараһы! Атай ат егеп, Ҡырҡтыға килеп ҡаршы ала торғайны...»
Шулай итеп, тырыш ҡыҙ уҡыуын дауам итеп кенә ҡалмай, училищеның иң яҡшы студенты булып таныла, белем йортоноң бейеү ансамбле составына инеп, ҡалала үткән концерттарҙа ла ҡатнаша. «Уҡыуымды тамамларға әҙ генә ваҡыт ҡалғас, өйҙән телеграмма килеп төштө — тағы бер һеңлем донъяға килеүе тураһында һөйөнөслө хәбәр бар ине унда, — әңгәмәсемдең студент йылдарын байҡауҙы дауам итәбеҙ. — Хәҙер инде ғаиләлә ете ҡыҙ, бер малай булдыҡ, тип ҡыуанып ҡайтырға сыҡтым. Июнь айы ине, мин ауылға етеүгә ап-аҡ ҡар яуып һалғанын хәтерләйем, мөғжизә кеүек булды ул. Ә һеңлемә Сулпан тип исем ҡуштыҡ».
Диплом алғас, күмәк бала үҫтергән ата-әсәһенә ярҙам кәрәк тип, ауылдан ситкә китмәҫкә ҡарар итә ҡыҙ, әмәлгә килгәндәй, Үтәгәндә башланғыс мәктәптә эш урыны ла була. Шулай итеп, Гөлсәсәк Сәлмән ҡыҙы бөтә хеҙмәт юлын, ғүмерен ошонда, тәпәй баҫҡан төйәгенә, тыуған ауылына арнай. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ ҡыҙға күҙ атып йөрөгән Үтәгән ауылы егете Әсғәт Фәхрисламов, хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас та, тәүәккәлләп, йәш уҡытыусыны һоратып, кәләшлеккә ала.
«Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙ ғаиләлә ете ҡыҙ, бер малай үҫһәк, иптәшемдең ғаиләһендә, киреһенсә, ете малай ҙа, бер ҡыҙ — килеп тороп күмәкбеҙ, мин килен булып төшкәндә ҡәйнештәрем береһенән-береһе бәләкәй ине, — йылы хәтирәләрҙән йөҙөнә йылмайыу йүгерә әңгәмәсемдең. — Улар барыһы ла мине яҡын күреп, ихлас ҡабул итте».
Ҡайны-ҡәйнә йортонда бер йылдай йәшәгәс, бәхетле йәштәр Үтәгән ауылының Шишмә урамына тәүге-ләрҙән нигеҙ һалып, ағас йорт төҙөп сыға. «Беҙҙең менән бергә ошо урамға Фәниә һәм Ислам Сәйфуллиндар ҙа күсеп сыҡты, — тип күршеләрен дә телгә алырға онотмай ул. — 1972 йылдан бирле ут күрше булып, шатлыҡ-ҡыуаныс-тарыбыҙҙы, ҡайғы-хәсрәттәребеҙҙе уртаҡлашып, кәңәшләшеп, татыу йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә ихата эсендәге уртаҡ ҡапҡа аша ғына йөрөйбөҙ. Шундай алсаҡ, изге күңелле күршеләремдән ныҡ уңдым».
Гөлсәсәк, уҡытыусылыҡ эшен дауам итеү менән бер рәттән, Магнитогорск дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инһә, Әсғәт ағай физика-математика факультетында белемен арттыра, электрик булып эшләп тә йөрөй. Фәхрисламовтар ғаиләһе был мәлгә ҡыҙ һәм малайға ишәйә, йортҡа төкөтмә эшләй башлайҙар.
Тик бәлә көтмәгәндә килә... «Гөлйөҙөмгә — өс йәш, бәхетебеҙҙе арттырып тыуған Юлайыма 11 ай ғына ине. Ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған Әсғәт, урманға ағасҡа киткән ерҙән, уйламаҫтан, фажиғәле һәләк булды», — һөйгәне менән биш йыл ғына йәшәп өлгөргән, 24 йәшендә ике сабый менән тол ҡалған Гөлсәсәк Сәлмән ҡыҙына был хәтирәләр, байтаҡ йылдар үтһә лә, ауыр бирелә. Ҡапыл терәкһеҙ, өҙөлөп һөйгән йәрһеҙ ҡалыуы, мөлдөрәшеп ҡарап ултырған балаларын йыуатырҙай һүҙ таба алмауы — күпте күргән кешеләрҙе лә һындырырҙай ҡайғы өйөлә йәш ҡатын иңенә, ул осор ғазаптарын һүҙ менән аңлатып бөтөрөрлөк түгел.
Яҙмышының аяуһыҙ һынауынан яратҡан эше ҡотҡара уны. Балаларға белем биреүҙе бар йөрәген, күңелен һалып башҡара. Унан тыш, уҡытыусы булып ҡайтҡан мәлдән алып ҙур ышаныс менән тапшырылған бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәмәғәт эштәре, агитбригада, колхозға сөгөлдөр утау, бесән эшләү... Үтәгәндәге бер генә сара ла Гөлсәсәк Сәлмән ҡыҙының ҡатнашлығынан тыш үтмәй. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуҙарына сценарий яҙыусы, онотолмаҫ концерт, кисәләр ҡуйыусы режиссер, ауылдағы фольклор төркөмөнә нигеҙ һалыусы, үҙешмәкәр театр коллективы төҙөүсе — һәләтте йәлләмәй бигән Хоҙай Гөлсәсәк Фәхрисламоваға.
«Мәктәптә оло педагог Мөхтәр ағай Сафин менән уҡыттыҡ, төп көс нигеҙҙә үҙемә төшә, эштән ҡайтып та өлгөрмәй, фермаға барып, алдынғы һауынсылар, малсылар тураһында «Молния» сығарыу ҙа минең бурыс ине, — тип һөйләй ул. — Бер мәл, гәзитте ваҡытында сығарып өлгөрмәгәнгә, хатта идаралыҡҡа саҡырып, «Молния» сыҡмаған өсөн һауынсыларҙың эш күрһәткестәре кәмене, тип шелтәләгәйнеләр әле».
Хеҙмәт дәүерендә алған берҙән-бер шелтә булғандыр ул, тип уйлайым, сөнки 43 йыл педагогик стажы булған уҡытыусының бар ғүмере матур тарих төҫлө. Башта башланғыс булған мәктәпкә «тулы булмаған урта» статусын алыуҙа Г. Фәхрисламованың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Үтәгән балалары 2000 йылдан Амангилдегә йөрөп уҡыу ыҙаһынан ҡотолоп, үҙ ауылдарындағы 9 йыллыҡ, иркен мәктәптә белем ала. Гөлсәсәк Сәлмән ҡыҙы үҙе ошо белем биреү учреждениеһы директоры итеп тәғәйенләнә. Ағастан төкөтмә эшләтеп, айырым ашхана урыны булдыра, бәләкәй генә спорт залына ла урын табыла. Бөтә дәртен, энергияһын, егәрлелеген һала ошо эшкә ғәҙел дә, сабыр ҙа булған етәксе. Мәктәп директоры булыуҙан тыш, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын да етәкләй, бер нисә саҡырылыш ауыл һәм район Советына депутат итеп һайлана, БАССР уҡытыусыларының VII республика съезында делегат булараҡ ҡатнаша. Ул етәкләгән белем усағы йыл йомғаҡтары буйынса «Иң белемле мәктәп», «Матур мәктәп» һәм башҡа номинацияларҙа еңеп сыға. Әллә нисә быуын уҡыусыларҙы, шул иҫәптән үҙенең балаларын, ҡәйнештәрен дә уҡытып, оло тормош юлына оҙата хөрмәтле мөғәллимә. «Туғыҙ йыллыҡ булған осорҙа иңгә-иң терәп эшләгән коллективыма, район мәғариф бүлеге етәкселегенә, айырыуса коллегаларым Нәсимә Солтанова менән Сания Мортазинаға рәхмәтлемен», — тип йылы һүҙҙәрен йәлләмәй мәғариф өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте район хакимиәтенең почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары, «БР-ҙың мәғариф алдынғыһы» исемдәре менән баһаланған уҡытыусы.
«Балаларымды аяҡҡа баҫтырыуҙа атайым менән әсәйемдең, ҡайны-ҡәйнәмдең, туғандарымдың, бер бөртөк бикәсем Нәғимәнең ярҙамы ҙур булды, — ти ул. — Балалар ҙа минең тынғыһыҙ эшемде аңлап, бәләкәйҙән үҙҙәре сос булып үҫте. Бигерәк тә Юлай әрһеҙ ине, ул 5-се класта ғына уҡыған мәлдә, мине мотоцикл менән бесәнлеккә йөрөтөргә эшкинде». Эйе, ишле мал-тыуарына бесән әҙерләргә, мул итеп баҡса үҫтерергә лә, үҙенең генә түгел, мәктәп ихатаһын шау сәскәгә күмергә лә ваҡыт таба уңған ҡатын.
Йәш, һылыу уҡытыусыны һоратып килеүселәр әҙ булмай, әммә ул, аҡҡош кеүек, ғүмерлек мөхәббәтенә тоғролоҡ һаҡлап, башҡаса тормошҡа сығырға уйламай ҙа. Тик ҡайғы үҙенекен итә — 34 йәшендә ҡапыл ҡаты сирләп китә. Шулай ҙа яңынан аяҡҡа баҫырға, тормошта һаман алғы һыҙыҡта барырға, өлгө булып йәшәргә көс таба. Директорлыҡ эшен дә дауам итә.
— Үтәгәндә дәртле, ижади халыҡ йәшәй, — тип һоҡлана ул. — Әсәйебеҙ ҙә беҙҙе шулай итеп тәрбиәләне, ҡатнашығыҙ, йырлағыҙ, бейегеҙ, тип дәртләндереп ултырыр ине.
Театрға ғашиҡ педагог үҙешмәкәр коллективҡа ауылдың йәшен дә, олоһон да йәлеп итә. Ул йылдарҙа үтәгәндәр районда үткән смотрҙарҙың барыһында ла еңеү яулай. Гөлсәсәк Фәхрисламова үҙе төп ролде уйнаған М. Кәримдең «Айгөл иле» спектакле менән улар бөтә районды урап сыға.
Заманында оҫта бейеүсе булараҡ дан алған Гөлсәсәк Сәлмән ҡыҙы «Хеҙмәт ветераны» исемен алып, хаҡлы ялға сыҡҡас, сәхнә түрен йәнә яулай әле. Хәҙер инде Дилә Мусина етәкләгән «Суҡ муйыл» фольклор ансамбле составында сәхнәләрҙе дер һелкетеп бейеп, халыҡ ижадының иң сағыу өлгөләрен күрһәтеп улар, «Ашҡаҙар таңдары» республика фестивалендә — гран-при, «Байыҡ» телевизион бәйгеһендә дипломант исемен яулай, хатта Ҡырымда үткән «Алтын майҙан — Ҡырым» халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнашып, төрлө номинацияларҙа I дәрәжәле ете диплом алып ҡайталар. Ансамбль репертуа-рындағы таҡмаҡтар ҙа нигеҙҙә Гөлсәсәк апайҙың һәм уның йор һүҙле һеңлеһе, тағы бер уҡытыусы Фәүҡинур Сәлмән ҡыҙының ижад емештәре.
Ауылдың ветерандар советы ағзаһы булған әңгәмәсемдең намаҙға баҫыуына ла ун йылдай ваҡыт уҙған. «Ҡырымға юлланғас, ошо сәфәремдән уңышлы йөрөп ҡайтһам, ауылдағы мәсеттең эсен төҙөкләндереүгә тотонор инем, тип әйтеү әйтеп киткәйнем. Шөкөр, юлыбыҙ уңып, ҡыуанышып ҡайттыҡ һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, айырыуса Венера Мансурованың тырышлығы менән ошо ниәтте тормошҡа ашыра алдыҡ, — ти, ауылдаштары өсөн йән атҡан ҡатын. — Аҡса йыйыуҙа ауылдаштар ҙур ярҙам күрһәтте, улым Юлай Фәхрисламов, Мәжит Фәйезов, Йәнбирҙиндар ғаиләһе күп көс һалды. Гөлнәзирә Йәһүҙина, имам Ишбулат Әүбәкировтың хеҙмәте лә ҙур булды. Мәсеттең стеналары эстән тулыһынса көпләнде, тәҙрәләр алмаштырылды, иҙән-түбәһе лә заманса материалдар менән ябылды — иман йортобоҙ зауыҡлы урынға әйләнде».
Бөгөн дин юлында булыуынан, сәхнәләге сығыштарынан, балаларына ярҙам итеүҙән, үҙе һымаҡ шәп, ижади күңелле биш ейән-ейәнсәрен тәрбиәләшеүҙән йыуаныс табып, ауылдаштарына, туғандарына оло бер терәк булып ғүмер кисерә милләт әсәһе тигән исемде ғорур йөрөтөүсе, исеме есеменә тап килеп, үҙе лә гөл кеүек матур Гөлсәсәк Фәхрисламова.
Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: