+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Декабрь 2020, 12:40

Юл ҡағиҙәләре буйынса олимпиада

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ярашлы, 30 ноябрҙән 11 декабргә тиклем Учи.ру платформаһында башланғыс кластар уҡыусылары өсөн «Хәүефһеҙ юлдар» Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы үтә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ярашлы, 30 ноябрҙән 11 декабргә тиклем Учи.ру платформаһында башланғыс кластар уҡыусылары өсөн «Хәүефһеҙ юлдар» Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы үтә.
Әйткәндәй, әлеге милли проектты ике йыл тормошҡа ашырыу барышында Рәсәй төбәктәрендә балалар белем биреү һәм ял итеү учреждениеларына илткән 1400-гә яҡын юл йүнәтелгән. Яңы светофорҙар, юл билдәләре ҡуйылған, йәйәүлеләр йөрөү юлдары рәтләнгән, хәүефле урындарҙа тротуарҙар кәртәләп алынған.
Мәктәп һәм балалар баҡсалары эргәһендәге юлдар хәүефһеҙерәккә әйләнһә лә юл-транспорт ваҡиғаһын иҫкәртеү төп эштәрҙең береһе булып ҡала. Йылдан-йыл транспорт хәрәкәте арта, илдең юл селтәре киңәйтелә. Шуға күрә бәләкәйҙән балаларҙа юлдарҙа үҙеңде тотоу мәҙәниәтен булдырыу атай-әсәйҙәрҙең генә түгел, педагогик һәм дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең дә мөһим бурысы булып ҡала.
Был олимпиада ошо йәһәттән үткәрелә лә инде. Ул илдең 85 төбәгендә уҙасаҡ. Бәйгелә башланғыс синыфта уҡыған һәр кем ҡатнаша ала. Һынау ҡыҙҙар һәм малайҙарға ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы булған интерактив уҡыу һәм тест эштәренән тора. Олимпиада балалар өсөн бушлай, еңеүселәргә — диплом, ҡатнашыусыларға сертификаттар биреләсәк.
Кисә, олимпиаданың беренсе көнөндә, республиканың бөт белем биреү ойошмаларында ла видео-дәрес форматында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса класс сәғәттәре үткәрелде.
Читайте нас: