Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин 2021 йылда юғары уҡыу йорттарына маҡсатлы бюджет иҫәбенә уҡыу буйынса квотаны раҫланы. Киләһе уҡыу йылында медицина һөнәрҙәре буйынса бюджет урындары күпселек маҡсатлы ҡала. Атап әйткәндә, “Дауалау эше” һөнәре буйынса 70 процент тәшкил итә, “Педиатрия” – 75 процент, ә «Анестезиология», «Рентгенология», «Кардиология», «Пульмонология», «Неврология», «Оториноларингология», «Офтальмология», «Бактериология», «Йоғошло ауырыу» йүнәлештәре буйынса ординатира 100 процент бюджет иҫәбенә буласаҡ. Башҡа йүнәлештәге һөнәрҙәр буйынса ла квоталар юғары, мәҫәлән “Радиоэлектроника системаһы комплексы” һөнәре буйынса уҡыу урынының 70 проценты бюджет иҫәбенә. Уҡып диплом алған белгес, өс йыл дауамында уны маҡсатлы йүнәлтмә биреп уҡытҡан ойошмала эшләргә тейеш була. Былар барыһыла “Һаулыҡ һаҡлау”, "Мәғариф" һәм башҡа милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эштәрҙең бер йүнәлеше.