+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Декабрь 2020, 10:15

Фән үҫешенә яңы мөмкинлектәр

Башҡортостан һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды һәм донъя күләмендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәген үҫтереүгә федераль ярҙам аласаҡ. #ВладимирПутин

Башҡортостан һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды һәм донъя күләмендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәген үҫтереүгә федераль ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе.
– Был аҙнала Хөкүмәт дәүләт ярҙамы биреләсәк фәнни-мәғариф үҙәктәренең һайлап алыу конкурсы йомғаҡтарын ҡараны. Биш үҙәк һайланды, уларҙың күбеһе төбәк-ара үҙәктәр, – тине Премьер-министр. – Улар әйҙәүсе университеттарҙы, фәнни ойошмаларҙы, иҡтисадтың реаль секторы компанияларын берләштерәсәк. Нәҡ ошондай үҙәктәр базаһында тикшереүҙәрҙең заманса моделен булдырырға, масштаблы фәнни-технологик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн квалификациялы белгестәрҙе әҙерләргә мөмкин. Бындай үҙәктәрҙең киләсәк үҫеше Президент ҡуйған бурысты үтәргә мөмкинлек биреү генә түгел, илебеҙ фәненә донъя күләмендәге яңы уңыштарға ирешергә, Рәсәй төбәктәренең фәнни потенциалын күтәрергә булышлыҡ итәсәк. 30 ноябрҙә үткән Фәнни-мәғариф үҙәктәре советының ултырышын Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко алып барҙы. Видеоконференция форматында төбәктең заявкаһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. – Башҡортостанда “Фән” милли проекты сиктәрендә беҙ донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәген булдырабыҙ, ул беҙҙең өсөн стратегик әһәмиәткә эйә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был эштә беҙ төп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлеш тотабыҙ: инвестициялар үҫеше, иҡтисадтың технологик модернизацияһы, фән, мәғариф, бизнес интеграцияһы. Былар барыһы ла кеше капиталы үҫешенә килтерергә тейеш. Фото: glavarb.ru
Читайте нас: