Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Декабрь 2020, 13:33

Ҡышҡы сессиялар үтәсәк

Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында ҡышҡы сессиялар үҙ ваҡытында дистанцион форматта үтәсәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында ҡышҡы сессиялар үҙ ваҡытында дистанцион форматта үтәсәк. Пандемияға бәйле уларҙы үткәрмәү йәки күсереү тураһында пландар юҡ, тип белдерҙе Рәсәй мәғариф министры Валерий Фальков. “Күптәр, моғайын, бигерәк тә студенттар быны теләр ине, ләкин ҡышҡы сессиялар үтәсәк”, тине ул. Министрҙың билдәләүенсә, хәҙерге ваҡытта 478 юғары уҡыу йорто һәм уларҙың филиалдары тулыһынса дистанцион уҡытыуға күскән, ғөмүмән был илдең дөйөм уҡыу йорттары һанының 35 процентын тәшкил итә.
Читайте нас: