Автобустарҙың асҡыстарын тапшырыу тантанаһы “Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙансыҡта үтте. Сарала БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, мәғариф министры Айбулат Хажин ҡатнашты. Һары төҫтәге ҡупшы автобустар хәүефһеҙлек ҡайыштары, тиҙлекте сикләүсе ҡоролма, тахограф, ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған.