+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Декабрь 2020, 11:31

Уҡыу һәм ярыш алдынғылары өсөн байрам

Райондың уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәр буйынса конкурс-олимпиадалар еңеүселәре өсөн Асҡар ауылындағы махсус биҙәлгән шыршы янында байрам уҙҙы.

Райондың уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәр буйынса конкурс-олимпиадалар еңеүселәре өсөн Асҡар ауылындағы махсус биҙәлгән шыршы янында байрам уҙҙы.
Бында фотозоналар ҙа булдырылды.
Шыршы тирәләй бейеп-йырлап, уйнап күңел астыҡ, байрамдың төп ҡунаҡтары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары күңелле тамаша ойошторҙо. Әкиәт геройҙары Ҡарбабайҙы эҙләне. Улар — «Фердинанд» йәнһүрәтенән геройҙар: үгеҙ Фердинанд, кәзә Лупе һәм терпеләр — Уна, Дос, Кватро ине. «Һалҡын йөрәк» йәнһүрәтенән Олаф һәм өс сит планета кешеһе булды. Фердинанд йыл символы булды ла инде. Әкиәт геройҙары менән бергә бейенек, йырланыҡ. Һуңынан беҙҙе йомшаҡ уйынсыҡ һәм тәмлекәстәр менән бүләкләнеләр.
Байрам менән район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов ҡотланы һәм артабан да уңыштар юлдаш булыуын, һәр саҡ уҡыуҙа ла, төрлө конкурстарҙа ла алдынғы булыуыбыҙҙы теләне.
Райондың төп Шыршы байрамында ҡатнашыу беҙгә бик һәйбәт Яңы йыл бүләге булды. Ошондай матур ял өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ уҡырға, ҙурыраҡ уңыштарға ирешергә ынтыласаҡбыҙ, тип ышандырабыҙ.
Мораҙым ҒАЙСИН,
Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы.
Читайте нас: