+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Ғинуар 2021, 22:20

Мәғариф милли проекты тормошҡа ашырыла

2020 йылда Башҡортостан Республикаһында мәғариф милли проекты буйынса күп төрлө объекттар сафҡа инде. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2020 йылда Башҡортостан Республикаһында мәғариф милли проекты буйынса күп төрлө объекттар сафҡа инде.
Йыл дауамында беҙҙең төбәктә БР мәғариф министрлығы белдереүенсә 2320 урынлыҡ ете мәктәп, 3900 балаға иҫәпләнгән 24 балалар баҡсаһы федераль аҡсаға төҙөлгән.
“Үҫеү нөктәһе” уҡытыу үҙәктәрелә Башҡортостанда йылдам үҫешә, ағымдағы йылда тағы 42 үҙәк төҙөлөп үҙ ишектәрен асты. Быйыл ошондай “Үҫеү нөктәһе” үҙәктәре Сиҙәмдә һәм Красная Башкирияла асылды, бынан алдағы 2019 йылда Амангильде, Т. Кусимов һәм Ташбулат мәктәптәрендә асылғайны.
2020 йылда республика мәктәптәренә бөтәһе 115 автобус алынған, шуларҙың 45-е төбәк бюджетынан, 70-е федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға.
Читайте нас: