+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Ғинуар 2021, 10:05

Сәләмәт һәм баланслы туҡланыуға арналған дәрестәр уҙғарыла

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Сәләмәт туҡланыу” проектына ярашлы, “Рәсәй электрон мәктәбе” платформаһында сәләмәт һәм баланслы туҡланыуға арналған дәрестәр уҙғарыла.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Сәләмәт туҡланыу” проектына ярашлы, “Рәсәй электрон мәктәбе” платформаһында сәләмәт һәм баланслы туҡланыуға арналған дәрестәр уҙғарыла.
Видеосюжеттар рәүешендәге дәрес “Милли өҫтөнлөктәр” йәмғиәте тарафынан “Роспотребнадзор” һәм “Мәғариф” компаниялар төркөмө менән берлектә ойошторола. Уның маҡсаты – уҡыусыларға туҡланыу тәртибен һәм рационын, уларҙы үтәүҙең әһәмиәтен, кешегә кәрәкле аҙыҡ-түлек исемлеген, теге йәки был ризыҡтың калориялылығын аңлатыу.
“Сәләмәт туҡланыу” проектын 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыу барышында Рәсәйҙең 80 төбәгендә йәшәгән 30 миллиондан ашыу кешене сәләмәт һәм баланслы туҡланыу мәсьәләләренә арналған белем биреү программаларына йәлеп итеү күҙаллана. Әле илдең 24 пилот төбәгендә аҙыҡ-түлек сифатына, халыҡтың төрлө төркөмдәренең туҡланыуына системалы мониторинг үткәрелә. Бының өсөн 17 һынау лаборатор үҙәге асылған. Аҙыҡ-түлек продукцияһының 12 төрө тикшерелә.
Читайте нас: