+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Ғинуар 2021, 14:00

«Бер телдән дә телем кәм түгел...»

Илебеҙҙең баш ҡалаһында үткән «Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класы — 2020» конкурсында Таһир Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Муллахмәтова республика данын яҡлап сығыш яһаны һәм Ҡыйғы районы лицейынан коллегаһы Нәзилә Низамова менән Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм күрше илдәрҙән йыйылған 33 конкурсант араһында «Уҡытыусы-методист» номинацияһында еңеү яуланы.

Илебеҙҙең баш ҡалаһында үткән «Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класы — 2020» конкурсында Таһир Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Муллахмәтова республика данын яҡлап сығыш яһаны һәм Ҡыйғы районы лицейынан коллегаһы Нәзилә Низамова менән Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм күрше илдәрҙән йыйылған 33 конкурсант араһында «Уҡытыусы-методист» номинацияһында еңеү яуланы.
— Туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй конкурсы 2007 йылдан башлап үткәрелә. Ул ике этаптан тора. Ситтән тороп уҙғарылған тәүге этапҡа, ҡатнашыусылар шәхси эш тәжрибәһе нигеҙендә әҙерләгән методик ҡулланманы, шуның буйынса бирелгән дәрестең видеояҙмаһын, рус телендәге аннотацияһы менән бергә, «Минең педагогик табыштарым» темаһына эссе яҙып ебәрергә тейеш ине. Беренсе этап буйынса эштәребеҙҙе июль айына тиклем тапшырҙыҡ. Минең методик хеҙмәтем топонимика буйынса булды. Дистанциялы уҡыу мәлендә Zoom платформаһы аша 9-сы класта биргән «Лингвистик һабантуй» темаһына дәресемдең видоеяҙмаһын ебәрҙем. Конкурсҡа тәҡдим ителгән 320 эш араһынан 33-ө беренсе этап еңеүсеһе тип билдәләнде һәм шулар иҫәбендә беҙ, Башҡортостандан ике уҡытыусы, Мәскәүгә — йомғаҡлау этабына саҡырыу көтә башланыҡ. Пандемия арҡаһында сентябрҙә үтергә тейешле конкурс кисектерелә килде һәм Яңы йыл алдынан ғына хат килеп төштө. Бер аҙна эсендә билдәләнгән талаптар буйынса ун минутлыҡ сығыш-презентация әҙерләнем. Әммә бер көн ҡалғас, конкурс форматына йәнә үҙгәрештәр индерелде: презентация өлөшөн алып ташлап, сығышты биш минутҡа тиклем ҡыҫҡартырға ҡушылды. Шундай мәшәҡәттәр менән зыу килеп, илебеҙҙең баш ҡалаһына юлландым. Район хакимиәте, мәғариф бүлеге һәм мәктәп администрацияһының ярҙамынан, изге фатихаһынан тыш был сәфәрем килеп сыҡмаҫ та ине. Форсаттан файҙаланып, мәғариф бүлеге етәксеһе Батыр Илһамовҡа, уның урынбаҫары Гөлдәр Рәхимоваға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методисыбыҙ Шәүрә Әхмәтҡужинаға, гимназия директоры Рамил Әхмәтовҡа, коллегам Йондоҙ Хисаметдиноваға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һөнәри оҫталығыма ышанып, изге теләктәр һәм уңыш теләүегеҙ, көс һәм дәрт биреүегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен! Уңышлы сығыш яһауымдың күпмелер өлөшөн милли кейем менән ярҙам иткән Ирек Мусин һәм Миңлегөл Солтанбаева тәьмин итте. Һәр конкурсанттың милли кейемдә ҡатнашыуы ла төп шарттарҙың береһе булды. Республиканың Мәғариф министрлығынан оло ышаныс белдереп оҙатып ҡалдылар. Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге хеҙмәткәре Гөлфирә Миңлеәхмәтова, кураторыбыҙ булып, беҙҙе оҙатып йөрөнө, — тип һөйләй Альбина Ринат ҡыҙы.
33 бәйгесенең 29-ы Мәскәүгә килә. БДБ илдәре уҡытыусылары иһә онлайн ҡатнашыу хоҡуғын ала. Конкурсанттар Рәсәй халыҡтары телдәрен уҡытыуҙағы методик алымдары тураһында һөйләй. А. Р. Муллахмәтова «Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙә эҙләү-эҙләнеү ысулын файҙаланыу» темаһы буйынса сығыш яһай. Үҙенең методикаһы нигеҙендә дәрестә, дәрестән тыш эштә, һәләтле балалар менән шөғөлләнеүҙә, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара олимпиадаларына әҙерлектә өлгәшкән һөҙөмтәләре тураһында һөйләй. Ижади күңелле уҡытыусының сығышы йөкмәтке яғынан да бай була. Видеопрезентациянан баш тартырға тура килгәс, ул Асҡарҙан глобус һатып алып, үҙе менән Мәскәүгә ала. Сығышын юҡҡа ғына ҡулындағы ер шарын әйләндереп, Мостай Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғыры менән асмай. Башҡортостан менән донъяуи кимәлдә билдәле әҙәби шәхесебеҙ, бында булып киткән рус яҙыусылары аша таныштыра. Биш минут эсендә талантлы остаз бик күп мәғлүмәт бирә.
Сара сиктәрендә «Әңгәмә биләмәһе: мәктәптә белем биреүҙә этно-мәҙәни йүнәлешлелек» фәнни конференцияһы уҙа. Унда уҡытыусылар туған телде, шул иҫәптән рус телен өйрәнеүҙәге проблемалар тураһында фекер алыша.
— Ҡайһы бер төбәктәрҙә дәреслектәр етешмәүе, телдәргә юғалыу ҡурҡынысы янауы, башҡа мәсьәләләрҙең ярылып ятыуы хаҡында әсенеп бәйән иттеләр. Был юҫыҡта беҙҙең республикала проблемалар юҡ кимәлендә. Туған телебеҙҙе уҡытыуға дәүләт кимәлендә тейешле иғтибар бүленә. Башҡорт теленең дәүләт теле статусына эйә булыуы, телебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы, төбәк-ара форумы уҙғарылыуы, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының мәртәбәһен күтәргән һөнәри конкурстар ойошторолоуы, гранттар, дәртләндереү премиялары бирелеүе, 2020 йылдың төбәгебеҙҙә Башҡорт теле йылы итеп иғлан ителеүе, уның сиктәрендә тормошҡа ашырылған бихисап яҡшы эштәр беҙҙе, уҡытыусыларҙы, ең һыҙғанып эшләргә генә ынтылдырырға тейеш. Әйткәндәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметы буйынса йыл һайын уҙғарып килгән төбәк-ара олимпиада Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының федераль реестрына индерелеүе лә беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс! Олимпиада еңеүселәрен әҙерләүсе остаздар матди яҡтан дәртләндерелә. 2020 йылдан башлап еңеүсе һәм призер уҡыусыларға ла премиялар булдырылды, уға минең ике уҡыусым — Светлана Килмөхәмәтова һәм Фирүзә Уйылданова лайыҡ булды ла инде. Башҡорт теле уҡытыусыларына белем биреү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Дәреслектәребеҙ етерлек, махсус йыһазландырылған кабинеттарыбыҙ бар. Уҡыусылар, ата-әсәләр менән ыңғай мөнәсәбәт булдырыу иһә һәр уҡытыусының үҙенән тора. Шуға күрә етешһеҙлектәр урынына беҙ республикала милли мәғарифтағы ҡаҙаныштар тураһында һөйләнек.
Конкурстың һанаулы — алты (!) бөртөк кенә номинацияһы араһында Нәзилә Хәсән ҡыҙы менән «Уҡытыусы-методист» исеменә лайыҡ булыуыбыҙ ифрат шатландырҙы. Әммә мин туған тел уҡытыусыларының Рәсәй кимәлендәге ҙур сараһына еңеүҙе маҡсат итеп барманым. Миңә, иң мөһиме, башҡалар араһында үҙебеҙҙең кимәлде сағыштырыу ине. Һәм был юҫыҡта ла ҡәнәғәт ҡалдым. Гимназияның, райондың, ғөмүмән, республиканың ышанысын аҡлай алдыҡ. Был һөнәри ҡаҙанышымды шәхси һәм уҡыусыларымдың уңыштарына ихлас ҡыуанған, яңыраҡ фани донъянан киткән беренсе уҡытыусым Ғәфүрә Махийәнова-ның изге рухына һәм туған тел һаҡсыһы булған һәм уға һөйөү уятҡан, балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 40 йыл белем биргән әсәйем һәм остазым Рәсимә Муллахмәтоваға бағышлайым, — тип, конкурсҡа бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты А. Р. Муллахмәтова.
Альбина Ринат ҡыҙының холоҡ-фиғелендә мине һәр ваҡыт баҫалҡы тыйнаҡлыҡ ғәжәпләндерә. Уҡытыу эшенә мөкиббән бирелгән остазға маҡтаныу бөтөнләй ят, үҙенә төбәп әйтелгән маҡтауҙарҙан да осоноп китмәй. Уның дан-шөһрәт өсөн эшләмәгәне ошонда сағыла ла инде. Ә туған тел һағында башҡарған хеҙмәте, уны үҫтереүгә индергән өлөшө ғәйәт ҙур. Үҙ эшенең оҫтаһы булыуында йыл һайын уҡыусыларының төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүсе, йә призер булыуҙарын билдәләү ҙә етә. Каникул тип тормай, әле лә балаларҙы республика һынауҙарына әҙерләй. Тимәк, Әбйәлилде күтәрер уңыштар алда көтә беҙҙе.
Читайте нас: