Буласаҡ хужабикәләрҙе милли ашыбыҙҙы әҙерләү тәртибенә мәктәп ашнаҡсылары өйрәтте. Ҡыҙҙар оҫталыҡ дәресендә ҡамыр баҫты, һалма йәйҙе, картуф-һуғанын тураны. Бишбармаҡ бешеп сыҡҡансы ашнаҡсы апайҙары ҡорот, ҡыҙыл эремсек ҡайнатыу серҙәренә лә өйрәтте. Бишбармаҡты алдырҙарға яраштырып, өҫтәлгә биреүҙең рәт-сиратына ла төшөндө дәрестә ҡатнашыусылар. Ҡыҙҙарҙың оҫталығын баһалаусы һабаҡташ егеттәре бишбармаҡ тел йоторолоҡ тәмле, тине.