Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ғинуар 2021, 12:37

Сығарылыш кластары нисә имтихан тапшыра?

Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм Рособрнадзор сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн мөһим бер нисә ҡарар ҡабул итте.

Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм Рособрнадзор сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн мөһим бер нисә ҡарар ҡабул итте.
Документҡа ярашлы, юғары уҡыу йорттарында белем алырға теләге булмаған 11-се класс уҡыусылары ике төп предмет — рус теле һәм математика буйынса ғына берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра ала. Ошо һынауҙарҙың һөҙөмтәләре буйынса уҡыусыға аттестат биреләсәк. Вуз студенты булырға теләүсе ҡыҙ-егеттәр үҙҙәре һайлаған фәндәр буйынса ла һынау тотасаҡ.
Ошо уҡ ҡағиҙә 9-сы кластар өсөн дә ғәмәлдә: быйыл улар ҙа рус теле һәм математика буйынса дәүләт һынауҙарын тапшырасаҡ. Һайлап алған предметтар буйынса имтихандар үткәрелмәй.
РФ мәғариф министры Сергей Кравцов әйтеүенсә, 11-се кластар рус теленән иншаны апрелдең һуңғы аҙнаһында яҙасаҡ. Рус теле һәм математика буйынса һынауҙар 24-нән 28 майға тиклем билдәләнгән.
ОГЭ һынауҙары ла 24-нән 28 майға тиклем уҙғарыла. 9-сылар өсөн рус теле буйынса дистанциялы рәүештә әңгәмәләшеү үткәреү варианты ла ҡарала.
Шул уҡ мәлдә Рособрнадзор ОГЭ системаһынан бөтөнләй баш тартырға уйламай. «Быйылғы үҙгәрештәр бары тик пандемия буйынса хәүефһеҙлек шарттарын үтәүгә бәйле һәм балаларҙы күпләп бер урынға йыймау өсөн эшләнә, — тинеләр ведомствола. — 9-сы класс уҡыусылары дүртәү урынына ике предметтан ғына имтихан тапшыра. Әммә был дөйөм дәүләт имтиханы туҡтатыласаҡ, тигән һүҙ түгел. Имтихандар баланың белем кимәлен, уның уҡыу осоро дауамында нимәләргә өлгәшеүен күрһәтә һәм аттесаттағы билдәләргә йоғонто яһай. Һынау тапшырыу — яҡшыраҡ уҡыуға ынтылыш та. Шуға күрә дөйөм дәүләт имтиханына альтернатива тураһында һөйләү әлегә маҡсатҡа ярашһыҙ».
Әйткәндәй, район мәғариф бүлеге бынан алдағы йылдарҙа мәктәп тамамлап, быйыл БДИ тапшырырға теләге булғандарҙы имтихандарҙа ҡатнашыу өсөн теркәлеү үтергә саҡыра. Ғаризаны Асҡар ауылы, Ленин урамы, 39 адресы буйынса, 1 февралгә хәтлем тапшырырға кәрәк. Документтар дүшәмбенән йомағаса, 9-ҙән 17 сәғәт 30 минутҡа тиклем ҡабул ителә. Кесаҙна 14 сәғәттән 17 сәғәт 30 минутҡа тиклем. Ғаризанан тыш, паспорт һәм уның күсермәһен, урта белем йәки урта һөнәри белем тураһында таныҡлыҡ, СНИЛС һәм уның күсермәһен алып килер кәрәк.
Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: