+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Ғинуар 2021, 12:35

Олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары дәртләндерелде

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә республикала уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән мәктәп уҡыусыларына ҙур иғтибар бүленә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә республикала уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән мәктәп уҡыусыларына ҙур иғтибар бүленә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, 2018 йылдан уҡыусыларҙың интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадаһы (конкурсы) еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыллыҡ премиялары булдырылды. Яңы йыл алдынан уҙған уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса еңеүселәр бүләкләнде. Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеү яулаған республика буйынса 29 уҡыусыға 60 мең һумдан алып 120 мең һумға ҡәҙәр премиялар тапшырылды. Тағы ла 395 уҡыусы 10–60 мең һум күләмендә премия алды.
Бүләкләнеүселәр иҫәбендә беҙҙең район уҡыусылары һәм уларҙың остаздары булыуы шатлыҡлы. Былтыр Салауат урта мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыһы Зарема Хамматова география фәненән (уҡытыусыһы Р. С. Хафизова) бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының республика этабы еңеүсеһе булараҡ, Рәсәй күләмендә йомғаҡлау этабында ҡатнашты һәм унда ла призер булды. Ошо ҙур ҡаҙанышы өсөн Зарема һәм уның йыл һайын көслө олимпиадасылар әҙерләгән талапсан уҡытыусыһы — Рәйлә Сөләймән ҡыҙы төбәк Башлығының 60-ар мең һум күләмендәге премияһына лайыҡ булды.
Уҙған уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән төбәк-ара олимпиадала ла әбйәлилдәр һынатманы. Еңеүсе булған Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Светлана Килмөхәмәтова үҙенә тейешле 20 мең һум премияны ҡулына алды. Ошо уҡ белем усағынан олимпиада призеры Фирүзә Уйылдановаға 10 мең һум премия бирелде. Был ҡыҙҙарҙы етди белем һынауына әҙерләгән остаздары А. Р. Муллахмәтова иһә 30 мең һум күләмендә дәртләндереү сараһына эйә булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән шулай уҡ ҡалған призерҙар һәм, ярашлы рәүештә, уларҙың уҡытыусылары: гимназиянан Ләйлә Мортазина һәм А. С. Шәрәфетдинова, Байым урта мәктәбенән Наҙгөл Миңлебаева һәм Ә. Б. Абдрафиҡова, 1-се Асҡар урта мәктәбенән Динә Абдрахманова һәм Л. С. Абдрахманова 10-шар мең һум күләмендә премияға лайыҡ булды.
Читайте нас: