+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Ғинуар 2021, 10:00

Мәктәп уҡыусылары квадрокоптер менән идара итергә өйрәнәсәк

Башҡортостанда ике мобиль технопарк эшләй башланы. Уларҙың береһе әле ике аҙнаға Ауырғазы районында туҡталды, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығынан.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда ике мобиль технопарк эшләй башланы. Уларҙың береһе әле ике аҙнаға Ауырғазы районында туҡталды, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығынан.
Белгестәр ошо ваҡыт эсендә остаздар балаларҙы квадрокоптер менән идара итергә өйрәтер, уларға аэро- һәм геоинформатика серҙәрен төшөндөрөр, тигән фекерҙә. Шулай итеп, “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы уҡыу йылы дауамында Ҡалтасы, Саҡмағош, Дыуан, Шаран, Көйөргәҙе, Архангель, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Йылайыр райондарынан 5-11 кластарҙа уҡыған 2000 баланы кавдрокоптер менән идара итергә өйрәтәсәк.
Был уникаль проект “Белем биреү” милли проекты сиктәрендә, федераль бюджет иҫәбенә ойошторолған.
Читайте нас: