+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Февраль 2021, 12:20

Быйыл да ете призер

Өс көн дауамында онлайн форматта барған башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметы буйынса төбәк-ара олимпиадаһында йылдағыса Әбйәлил уҡыусылары һынатманы. Ете уҡыусы призер булып (былтыр ҙа етәү булғайнылар), үҙҙәренең белемдәрен, һәләттәрен лайыҡлы иҫбатлай алды.

Был олимпиада бөтә республиканан, күрше төбәктәрҙән туған телен яҡшы белгән, яратҡан 700-ҙән ашыу баланы йыйҙы. Улар араһында беҙҙең райондан 18 уҡыусы ҡатнашты һәм етәүһе призлы урындарҙа билдәләнде. Улар: 8-се кластар араһында Таһир Кусимов исемендәге гимназиянан Алһыу Рәхимова, Диана Фәттәхова (етәкселәре А. Р. Муллахмәтова), Ташбулат урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Ольга Киселева (И. М. Билалова), 10-сы кластарҙан гимназия уҡыусылары Ләйлә Ишбаева менән Светлана Килмөхә-мәтова (А. Р. Муллахмәтова), 11-се кластар араһында 1-се Асҡар урта мәктәбенән Рита Баязитова (З. Р. Ғәлләмова), гимназиянан Ләйлә Мортазина (А. С. Шәрәфетдинова). Юғары ҡаҙаныштары айҡанлы уҡыусыларҙы һәм уларҙы оло еңеүҙәргә илткән уҡытыусыларҙы ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: