+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Февраль 2021, 10:10

“Улар Башҡортостандың буласаҡ элитаһын тәрбиәләй”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң “Сағыу” биҫтәһендә урынлашҡан 202-се полилингваль балалар баҡсаһында һәм 162-се “Смарт” полилингваль мәктәбенең “IT-Куб” балаларға һанлы белем биреү үҙәгендә булды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ғинуар уртаһында эш башлаған 202-се балалар баҡсаһы 180 урынға иҫәпләнгән. Бында бәләкәстәр рус, башҡорт, инглиз телдәре нигеҙҙәрен өйрәнә. Дәрестәр уйын элементтары менән алып барыла. Артабан балалар тел өйрәнеүҙе ошо уҡ биҫтәлә урынлашҡан 162-се мәктәптә дауам итә аласаҡ.

Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн бар шарттар булдырылған. Ул “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ – өс йәшкә тиклем балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттары булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә төҙөлгән, тип хәбәр итә Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

162-се “Смарт” полилингваль мәктәбенең “IT-Куб” балаларға һанлы белем биреү үҙәге 2020 йылда “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә асылған. Уны булдырыуға 13,2 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

“IT-Куб” – уҡыусыларға өҫтәлмә белем биреүҙең яңы форматы. Уның маҡсаты – мәғлүмәти һәм телекоммуникацион технологиялар өлкәһендә көнүҙәк һәм кәрәкле белемде, оҫталыҡты, компетенцияларҙы тиҙ үҙләштереү.

“IT-Куб” үҙәгенә түләүһеҙ 450 бала йөрөй ала. Әлегә 200 уҡыусы яҙылған. Буласаҡ программистар йыйыу дауам итә, бында бөтә Өфө мәктәптәренән уҡыусыларҙың шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Радий Хәбиров программалау, кибергигиена, системалы администрациялау, мобиль эшкәрмәләр, виртуаль ысынбарлыҡ лабораторияларын ҡараны, уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән аралашты.

2022 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда туғыҙ “IT-Куб” булдырыласаҡ. Был күрһәткес буйынса республика – Рәсәй буйынса алғы өс төбәк иҫәбендә.

– Федераль конкурста еңеп алған бик ҡыҙыҡ проект был, – тине Радий Хәбиров. – Республикала өс полилингваль мәктәп бар һәм уларҙың үҫешеүе беҙҙең өсөн мөһим. Бындай учреждениелар һәр саҡ беҙҙең иғтибар үҙәгендә, сөнки Фото – Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: