+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Февраль 2021, 10:30

“Рәсәй Фәндәр академияһы базаһындағы мәктәптәр” проекты

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәгендә “Рәсәй Фәндәр академияһы базаһындағы мәктәптәр” проектында ҡатнашыусыларҙың эшлекле кәңәшмәһе үткәрелде.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәгендә “Рәсәй Фәндәр академияһы базаһындағы мәктәптәр” проектында ҡатнашыусыларҙың эшлекле кәңәшмәһе үткәрелде.
Проект координаторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге етәксеһе Рафаил Зиннуров алып барған кәңәшмәлә 2021 йылға эш планы тураһында һөйләшеү барҙы.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан проект кураторы, дөйөм белем биреү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева үҙенең сығышында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты, айырым алғанда “Заманса мәктәп”, “Һанлы мәғариф мөхите” проекттары сараларын тормошҡа ашырыуҙың мотлаҡ икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: