+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Февраль 2021, 12:25

Хеҙмәт йылдары бушҡа үтмәгән

Тормошта һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Ул уны ғүмере буйына хөрмәт итә һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала, онотмай, йөрәк түрендә һаҡлай.

Тормошта һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Ул уны ғүмере буйына хөрмәт итә һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала, онотмай, йөрәк түрендә һаҡлай. Йөҙөнән наҙлы һөйкөмлөлөк, күңеленән яҡты нур һәм ихласлыҡ ҡына урғылған Рәшиҙә Мөхәмәтдинова 36 йыл дауамында үҙ фәненән белем биреп кенә ҡалмаған, һәр кемгә тормош тигән оло даръяла үҙ юлын табырға өйрәткән һәм балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе уҡытыусы булараҡ хәтерҙәрендә һаҡлана.
— Хыялым — актриса булыу ине. Тик атайым риза булманы. Әсәйемдең: «Уҡытыусы булып та эшләрһең, йырлап та йөрөрһөң», — тип йыуатыуы юш килде. Мәктәптә эшләгән йылдарымда, унан хаҡлы ялға киткәс тә, сәхнәнән төшмәнем, төрлө байрам-кисәләргә әҙерләгән сценарийҙарымдың иҫәбе юҡ, — тип башланы һөйләшеүҙе Рәшиҙә Фазылйән ҡыҙы. — Мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарҙа колхоз исеменән художестволы үҙешмәкәрлек буйынса район смотрында Ғәлимов Сәләмдең «Республикам иртәһе» исемле шиғырын уҡып, Өфөлә лә сығыш яһаным.
Бөгөн дә сәхнә уртаһында ул. Ишҡолда үткән төрлө байрам-сараларҙы алып барыусы ла, фольклор, вокаль ансамблдәре составында ла сығыш яһай. Алты йыл инде райондың «Миләш» халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы. Тимәк, данлыҡлы коллективтың «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» исемен алыуында, бөтә Рәсәй, республика бәйгеләрендә еңеү яулауында Рәшиҙә апайҙың да өлөшө тос.
— Күп сараларҙа профессиональ артистар менән бер сәхнәлә сығыш яһауыбыҙ менән бәхетлемен, тамашасыларҙың йыр-бейеүҙәребеҙҙе яратып ҡабул итеүенә шатлығым сикһеҙ, — тип бала саҡ хыялы тормошҡа ашмаһа ла, һәр ваҡыт сәхнәлә булыуына ҡыуанысын йәшермәй күңелендә йыр-моң ташып торған апай.
Хәлил ауылында биш ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләгән Насировтар ғаиләһендә тыуып үҫә.
— Ата-әсәйебеҙ тырыш, эшһөйәр булды. Икәүһе лә матур йырланы, мин үҙем дә боронғо башҡорт йырҙарын яратып башҡарам. Атайымды һуғышҡа тиклем Өфөнән килгән вәкилдәр йырлатып ҡарап, уҡырға саҡырған булғандар. Тик атайым 19 йәшенән фронтҡа китә, Курск дуғаһы өсөн барған ҡаты алышта күҙе яраланыуы арҡаһында демобилизациялана. «Һылыу егет» тигән ҡушаматы булған атайыбыҙ ғүмеренең ахырынаса колхозда бухгалтер булып эшләне, — тип дауам итте Рәшиҙә апай. — Бөтә балаларын уҡытып, кеше итеүгә бар көстәрен һалды улар, бер юлы өсөбөҙ Өфөнөң төрлө уҡыу йорттарында уҡыныҡ. 53 йәшендә генә әсәйебеҙ мәрхүмә булғас, үгәй әсәйебеҙ Кинйәһылыу апай беҙҙе, үҙенең балалары кеүек, тартты. Үҙе шулай һәйбәт булғанға, атайыбыҙ үлеп киткәс тә, апайыбыҙ янына юлдарҙы һыуытманыҡ.
Рәшиҙә апай һөйләүенсә, Насировтар ғаиләһе бик күп гәзит-журналдар алдырған. Кистәрен күмәкләп китап уҡыу ғаиләнең күркәм йолаларының береһе булған.
— Китаптар бала саҡтан ымһындырғыс бер донъя булғанғалыр ҙа инде, мин әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡ инем. Уҡытыусылыҡҡа уҡырға китергә булғас, рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Әмир ағай Шөғүров мине рус бүлегенә, башҡорт теле уҡытыусыһы булған Нәғимә апай Илһамова иһә башҡорт бүлегенә уҡырға инергә өгөтләй ине, — тип хәтирәләр ебен һүтеүен дауам итә Рәшиҙә Фазылйән ҡыҙы.
Ике телде лә берҙәй яратҡан Рәшиҙә Фазылйән ҡыҙы мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлау менән ауыл ере өсөн уҡытыусылар әҙерләү маҡсатында асылған һәм өсөнсө генә йыл эшләгән Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультеты студенты булып китә.
— Ул саҡта институтта уҡыу дүрт йыллыҡ ине. 1973 йылда юғары белемле уҡытыусы дипломы менән районға күп йәштәр ҡайттыҡ. Үҙ фәнем буйынса Буранғол, Амангилде, Ишҡол мәктәптәрендә эш тәҡдим иттеләр. Ишҡол аша йөрөгәс, ошо ауылдың тәбиғәтенә, тауҙарына ғашиҡ инем, үткән һайын «ошонда йәшәргә ине» тигән хыялымды тормошҡа ашырып, өҫтәүенә, Хәлилгә ҡайтып йөрөүе яҡын тип, Ишҡолды һайланым, — тип бәйән итә әңгәмәсем.
Йәш уҡытыусы эшкә килгән мәлдә мәктәпкә Р. И. Махийәнов етәкселек итә, бер йылдан һуң Рәшиҙә Фазылйән ҡыҙы эштән китергә була, тик талапсан һәм ҡәтғи, әммә йомшаҡ күңелле йәш уҡытыусыны директор ебәрмәй.
Артабанғы бөтә эшмәкәрлек йылдары ошо мәктәп менән бәйле уҡытыусының.
— Яңы мәктәп асылған йылдарҙа параллель өсәр кластарҙың һәр береһендә тиерлек 40-ар бала булды. Рус теленән ул йылдарҙа ете уҡытыусы булып киттек, бик татыу эшләнек. Коллегаларым, остаздарым — директор Рәфҡәт Ильяс улы менән завуч Дамир Бәҙретдин улы дәрестәргә инеп, энәһенән ебенә тиклем анализ яһарҙар ине, һәр нескәлекте ипле, сабыр аңлата белде улар. Балалар ҙа сәмле булды, бер-береһенән уҙҙырырға тырышып уҡыны, кластан тыш сараларҙа ла ихлас ҡатнашты, — тип дауам итә ул.
Оҙаҡ йылдар мөғәлимлек итеү йылдарында күпме ҡыҙ-малайҙарға рус теленән төплө белем бирә ул. Бөгөн булһа, ныҡлы белем биргәне өсөн уҡыусыларынан ишеткән рәхмәт һүҙҙәре хеҙмәт йылдарының бушҡа үтмәгәнен дәлилләп, ҡанат ҡуя, илһамландыра Рәшиҙә Фазылйән ҡыҙын.
— Уҡыусыларымдан күптәр юғары уҡыу йорттарының башҡорт һәм рус факультеттарын тамамланылар, ҡаҙаныштары менән төрлө юғары исемдәргә лайыҡ булып, маҡталып эшләп йөрөүҙәре үҙе ҡыуаныс. Гәзит-журналдарҙа улар хаҡында уҡыһам йәки үҙҙәренең мәҡәләләре баҫылһа, оло ғорурлыҡ кисерәм, — ти хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
«Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ла еңеүсе була. Уҡытыусыларҙың август конференцияларында, секция занятиеларында күп тапҡырҙар сығыш яһай тәжрибәле уҡытыусы. Тиҫтә йылдан ашыу «завуч» йөгөн дә тарта ул.
Р. Ф. Мөхәмәтдинова «Өлкән уҡытыусы» исеменә лайыҡ, ул Башҡорт АССР-ының маҡтау грамотаһы менән наградланған, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән. Уҡытыу эше менән бер рәттән мәҙәни сараларҙа әүҙемлеге, оҙаҡ йылдар ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгән, мәктәптең профсоюз ойошмаһы рәйесе булған йылдарҙағы эше иҫәпһеҙ-һанһыҙ дипломдар, грамоталар менән билдәләнгән. «Рауил ауыл биләмәһенең почетлы гражданы» тигән исемде лә лайыҡлы йөрөтә уҡытыусы.
Бәхетен дә ошо ауылда таба: Ишҡол егете Хәсән Мөхәмәтдинов менән ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер бирәләр.
— 21 йыл йәшәп ҡалдыҡ ирем менән, урманға ағасҡа барғанда фажиғәле һәләк булды. Был мәлгә ҡыҙым ғына тормошта ине. Улдарымды оло тормош юлына баҫтырыу үҙ иңемә ятты, — тип ғаилә хәлдәрен бәйән итә Рәшиҙә Фазылйән ҡыҙы. — Аллаға шөкөр, һәр ҡайһыһына йорттар һалыштым, ҡыҙ-улдарым үҙ ғаиләләре менән матур ғүмер итәләр, балалар үҫтерәләр. Хәҙер үҙҙәре мине ҡурсалап, ярҙам итеп торалар. Килендәремдән уңдым, тәрбиәлеләр, донъя көтөүгә тырыштар.
Ҡыҙы Гөлфиә уҡытыусылар династияһын дауам итеп, бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбендә уҡыта.
— Ғүмерем буйына тәрбиәүи эш алып барғас, ошо йылдарҙа тупланған материалдарҙы ташламаным, йыйып барҙым, уларҙы бөгөн ҡыҙымдың үҙ эшендә ҡулланыуы, хеҙмәтемдең юғалып ҡалмауы ҡыуаныс, — ти ул.
Районда билдәле эшҡыуар, пассажирҙар ташыу буйынса автобус маршруттары асҡан Илшатҡа күрһәткән хеҙмәте өсөн күптәр рәхмәтле. Даян иһә район эске эштәр бүлегендә дәүләт инспекторы булып эшләй.
— Илдә, шул иҫәптән мәғарифта ла үҙгәрештәр булып, күптәрҙе хаҡлы ялға оҙаттылар. Ҡайнап йәшәгән тормоштан һуң, ҡапыл эшһеҙ ҡалыуы ауыр булды. Өҫтәүенә, бәләкәй улым уҡыуын тамамламаған да ине. Нисектер ваҡытты үткәреү өсөн ҡул эшенә тотондом: милли күлдәктәр тектем, ҡашмау-селтәрҙәр эшләнем, бәйләнем дә, — ти.
Әлбиттә, заманында күпләп һыйыр малы, һарыҡтар ҙа тота ул. Хәҙер йәй етһә, баҡса тултырып йәшелсә-емешен сәсеп, тәрбиәләй, ишек алдын матурлап төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерә.
Бөтә был донъяуи эштәрҙән тыш, Рәшиҙә Фазылйән ҡыҙы шәжәрә төҙөү эшенә тотонған Уның ныҡышмалы хеҙмәте һөҙөмтәһендә ҡайныһы яҡлап туғандары барланған. Әле атаһы яҡлап мәғлүмәттәр йыйыу менән мәшғүл. Рәшиҙә апай шулай уҡ гәзит-журналдарҙа туғандары ғына түгел, үҙенең элекке уҡыусылары, ауылдаштары, ауыл-район тарихына ҡағылышлы баҫылған бөтә мәҡәләләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Буш ваҡыттарында әҙәбиәт, ваҡытлы матбуғат уҡыуҙан тыш, төрлө башватҡыстар сисергә әүәҫ.
Олоғайған көндө яңғыҙына айырыуса ҡыйын, эргәңдә бергәләп сәй эсергә лә кеше кәрәк, тиҙәр бит. Рәшиҙә апай бөгөн шулай уҡ яңғыҙы ҡалған Әҙеһәм ағай Йәрмөхәмәтов менән бер ғаилә булып йәшәйҙәр.
— Гөлшат мәрхүмә менән Әҙеһәм бер ҡыҙ һәм, әйтеүе генә анһат, һигеҙ улды эшсән, ярҙамсыл, изгелекле итеп тәрбиәләгәндәр. Күмәк ҡул көсө талап ителгән эштәр булһа, ғаиләләре менән бергәләп килеп, ярҙамлашып китәләр, — ти ул. — Бына шулай башҡалар кеүек һәүетемсә генә донъя көтөп ятабыҙ.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы мөхәррире Гөлназ Ҡотоева:
— Бер кластан ғына мин, Фая, Гөлзәминә һәм Нәйлә мәктәптән һуң, юғары уҡыу йорттарының башҡорт-рус филологияһы факультеттарына уҡырға инеүебеҙ Рәшиҙә Фазылйән ҡыҙының үҙ фәненә балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уята алыуынан. Рус теленең мауыҡтырғыс донъяһына алып китә алғанға ла, беҙ ҙә фәнен яратып өйрәндек. Һәр саҡ матур, бөхтә кейенгән, йырлаған кеүек моңло тыныс тауышы менән дәрес биргән апайыбыҙ үҙен тотошо менән дә беҙгә үрнәк ине. Хәҙер ҙә осратһа, әсәләрсә һөйөп ала, хәлдәребеҙҙе һораша. Ошондай үҙ эшенә мөкиббән булған, балаларҙы аңлай белгән педагогта белем алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ.
Читайте нас: