+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Февраль 2021, 11:50

Туғыҙынсылар өсөн иртәгә мөһим көн

10 февралдә бөтә илдә 9-сы класс уҡыусылары өсөн рус теленән телдән әңгәмәләшеү форматында имтихан үткәрелә.

Был әңгәмәлә «зачет» алған ҡыҙ-малайҙар артабан дәүләт имтиханын тапшырыуға хоҡуҡлы була.
Рособрнадзор билдәләүенсә, был әңгәмәләшеү онлайн форматта ла үтеүе ихтимал икән. «Эпидемиологик хәл-торошҡа ҡарап, рус теленән әңгәмәләшеү һынауын дистанциялы үткәреү мөмкинлектәре лә ҡарала, — тиҙәр ведомствола. — Уҡыусылар уҡытыусылар менән күҙмә-күҙ осрашып, һөйләшеп, үҙенең белем кимәлен раҫларға тейеш. Тәүгеһе иртәгә булһа, өҫтәмә рәүештә тағы 10 март һәм 17 май билдәләнгән».
Һынауҙа бөтәһе дүрт күнегеү бирелә. Беренсеһе — 200 һүҙгә тиклем тексты ҡысҡырып уҡыу, темп һәм интонация баһалана, һандарҙың дөрөҫ формаһын белеү шарт. Әҙерләнеүгә ике минут ваҡыт бирелә. Икенсеһендә — уҡыған текста нимә тураһында һүҙ барғанын һөйләп бирергә кәрәк. Һөйләгәндә, текста булған цитаталарҙы ҡулланыу рөхсәт ителә.
Өсөнсө күнегеү — монолог. Бында сығарылыш класы уҡыусыһы нимә хаҡында һөйләүен үҙе һайлай. Ул үҙенең тормоштағы күҙәтеүе йә берәй тәбиғәт күренеше, йә берәй тамаша тураһында һөйләп бирә ала. Монологҡа өс минут ваҡыт бирелә. Бынан һуң уҡытыусы уҡыусыға өс өҫтәмә һорау бирә, ә уҡыусы яуаплай. Яуаптарҙың тулылығы баһалана. Әңгәмәләшеүҙең дөйөм ваҡыты 15 – 16 минут тирәһе. Былтырғы йылдар тәжрибәһенән күренеүенсә, күпселек тәүге һынауҙа уҡ «зачет» ала.
Читайте нас: