Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы, 2007 йылдан башлап уҡыусыларҙың теләге менән берҙәм төбәк имтиханы формаһында ошо фәндән йомғаҡлау аттестацияһы уҙғарыла. Әлеге ваҡытта документ норматив-хоҡуҡи базаға тап килтерелгән. Башҡорт теленән берҙәм төбәк имтиханын уҙғарыу тураһында яңы
ҡарарға республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.