Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Февраль 2021, 16:45

Гимназия көнө билдәләнде

Легендар яҡташыбыҙ – Советтар Союзы Геройы Т. Т. Кусимовтың тыуған көнөндә уның исемен йөрөткән белем усағы гимназия көнөн билдәләй. Ошо ике матур сәбәпте берләштереп, Т. Кусимов исемендәге гимназияла традицион тантана үтте.

Геройҙың улы Салауат Кусимов атаһы иҫтәлегенә булдырған Т. Т. Кусимов исемендеге стипендия 8-се класс уҡыусыһы Алһыу Рәхимоваға тапшырылды. Бынан тыш, гимназия үҙенең «Актив класс», «Грамоталы класс», «Йыл класы» премиялары, «Иң яҡшы спортсы», «Фәнгә тәүге аҙымдар» номинациялары еңеүселәрен тәбрикләне. Ошо белем усағында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән талантлы остаз Ф. З. Ғөбәйҙуллина иҫтәлегенә туғандары булдырған премияға «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни конференцияһы еңеүсеһе һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада призеры, 10-сы класс уҡыусыһы Ләйлә Ишбаева лайыҡ булды.
Читайте нас: