8-се класс уҡыусыһы Руслан Безбородов, 9-сы кластан Даян Ғималетдинов һәм 10-сы кластан Арсен Фәтхуллин үҙ тиҫтерҙәре араһында предмет буйынса юғары белем ҡеүәһенә эйә булыуҙарын дәлилләп, призер исеменә лайыҡ булды. Әйткәндәй, талапсан остаз Миләүшә Рәфҡәт ҡыҙы Зарипованың уҡыусылары йыл һайын олимпиадала призлы урындар яулай.