+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Февраль 2021, 14:04

Әкиәтле булһын баласаҡ

Донъя халыҡтары әкиәттәре туған телебеҙҙә яңғыраны. Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, әкиәтселәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереүҙе, башҡорт һәм донъя халыҡтары әкиәттәренең иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыуҙы маҡсат иткән «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» район конкурсы быйыл да үткәрелмәй ҡалманы. Бәйге Zoom платформаһы аша онлайн форматта уҙҙы.

Донъя халыҡтары әкиәттәре туған телебеҙҙә яңғыраны. Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, әкиәтселәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереүҙе, башҡорт һәм донъя халыҡтары әкиәттәренең иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыуҙы маҡсат иткән «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» район конкурсы быйыл да үткәрелмәй ҡалманы. Бәйге Zoom платформаһы аша онлайн форматта уҙҙы.
Ҡатнашыусылар үҙҙәре уҡыған белем усаҡтарынан видеобәйләнешкә сығып, жюри алдында бөтә һәләттәрен — һөйләү-һүрәтләү маһирлығын, артислыҡ оҫталығын күрһәтергә тырышты. 21 мәктәптән 30-ҙан ашыу әкиәт һөйләүсе бәйгегә ҡушылды. Конкурсанттар нигеҙҙә башҡорт халыҡ әкиәттәренә мөрәжәғәт иткән. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы иҫ киткес бай шул! Шулай уҡ изгелеккә өндәгән, яҡшылыҡҡа өйрәткән рус, болгар, яҡут, Алтай халыҡтары әкиәттәре лә, яғымлы туған телебеҙҙә яңғырап, һис тә үҙ ҡиммәтен юғалтманы.
Онлайн бәйге барыбер ҙә мөмкинлектәрҙе сикләй. Элекке кеүек, сәхнә тултырып декорация йәйелдереп булмай. Экранға текәлеп әкиәт бәйән итеүселәр хатта хәрәкәт, ым-ишара элементтарын да иркенләп күрһәтә алмай. Бөтә көс-ышаныс — һөйләү, тауыш менән уйнау һәм мимика оҫталығына төшә. Бына шундай шарттарҙа юғалып ҡалмай, матур итеп сығыш яһаған балалар араһынан жюри иң яҡшыларҙы еңеүселәр рәтендә билдәләне. Әйткәндәй, конкурс ике категорияла I-III, IV-V кластар араһында айырым баһаланды. Техник ҡытыршылыҡтар, интернет-платформалағы ваҡыт сикләнеше лә әҙерәк уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Шулай ҙа ҡай-һы бер мәктәптәрҙән тура эфир режимында сәхнәнән репортаж яһалыуы, сығыш яһаусыны костюмында, тулы кәүҙәһе менән күрһәтеү, хатта презентация менән оҙатыу, декорация ҡулланыу мөмкинлеген бирҙе. Әлбиттә, был эш бик ҙур хеҙмәт талап итә. Башҡа йылдарҙан айырма бәйгеселәрҙең кәмеүендә лә сағыла. Был да пандемияға, уҡыуҙың тотороҡло булмауына бәйлелер.
Шулай итеп, I-III кластар араһында гран-приға Таштимер урта мәктәбенән Ильяс Иғдисамов лайыҡ булды. Беренсе урын Усман Теләүғоловҡа (гимназия), икенсе урын Әлиә Фәтхуллина (1-се Асҡар), Камила Ғайсина (Айыуһаҙы) һәм Рәхим Хәкимовҡа (Тупаҡ), өсөнсө урын Нуршат Әхмәтйәнов (Байым), Розалия Солтанова (Ташбулат) һәм Инйәр Ғүмәровҡа (Ишбулды) бирелде. IV-V кластар араһында Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Фидалиә Шәйәхмәтова еңеүсе булды. Беренсе урынды Көнһылыу Мөхәмәтйәнова (Хәмит), икенсе урынды Фидан Хәлисов (Ишбулды), Динир Ғәлиуллин (Йәнгел), Камила Моратова (гимназия), өсөнсө урынды Айсар Әхмәтшин (Красная Башкирия), Рузилә Ниғмәтуллина (Амангилде) яуланы.
— Таштимер урта мәктәбендә тырыш, алдынғы уҡыу-сылар бик күп. Шундайҙарҙың береһе — 2-се класс уҡыусыһы Ильяс Иғдисамов. Мәктәп, район, республика кимәлендәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Шуға күрә лә бик күп маҡтау грамоталары һәм дипломдары йыйылды Ильястың, — тип һөйләй белем усағы директор Р. С. Сафина әкиәт һөйләүселәр бәйгеһендә еңеү яулаусы малай тураһында.
Ул Башҡорт теле йылына арналған «Йөрәк һүҙе» район бәйгеһендә 3-сө урын яулаған. Остазы В. М. Ғәбитова етәкселегендә башҡарған «Тәмле лә һуң кәзә һөтө!» ғилми-тикшеренеү эше менән бәләкәй академиктарҙың район конкурсында икенсе урынға лайыҡ булған. Ильяс уҡыуҙа ла һынатмай. Яңыраҡ ҡына мәктәптә үткәрелгән «Иң күп бишле алыусы» конкурсының еңеүсеһе булған. Улдарының уңыштарын күреп, ата-әсәһе Гөлгөнә Иршат ҡыҙы менән Фәрхәт Әсҡәт улы ла уның үҫешенә бар тырышлыҡтарын һала.
Буш ваҡыттарын да малай файҙалы үткәрә. Китап уҡый, мәктәптә үткәрелгән бокс һәм шахмат түңәрәктәренә йөрөй. Спортта ла һынатмай. ГТО нормативтарын бөтә класс менән үтәү буйынса «Сәләмәт быуын — сәләмәт төбәк» республика проектында әүҙем ҡатнашыуы өсөн сертификат һәм күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән.
Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» бәйгеһендә Ильяс «Ҡуян менән арыҫлан» башҡорт халыҡ әкиәтен бик оҫта һөйләп, йәнә лә еңеү яуланы.
Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 4-се «г» класы уҡыусыһы Фидалиә Шәйәхмәтова «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» бәйгеһендә өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша. Тырышҡан — ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан: быйыл ул бәйгенең иң юғары баһаһын яуланы. Конкурста рус халыҡ ижадынан «Төлкө менән кәзә тәкәһе» әкиәтен һөйләне.
Фидалиә бик әүҙем ҡыҙыҡай. Уның һәр көнө сәғәтләп түгел, минутлап бүленгән. Төп уҡыуынан тыш, сәнғәт мәктәбенең виолончель класында шөғөлләнә, гимназияның «Талисман» вокал ансамблендә йырсы-солист, класының бейеү коллективында бейей, рәсем тө- шөрөү түңәрәгенә йөрөй, «Йәйғор» халыҡ театрының «Мираҫ» әҙерлек төркөмөндә уйнай.
Бына шундай ижади һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә туҡтауһыҙ шөғөлләнгән күп яҡлы талант эйәһенең төрлө конкурстарҙа даими рәүештә еңеүҙәр яулауына аптырайһы түгел. 2021 йыл уның өсөн бигерәк ҡыҙыу башланғыс алған. Гимназия күләмендә үткән «Йөрәк һүҙе» бәйгеһендә — беренсе, район кимәлендәге патриотик йырҙар конкурсында икенсе урын яулаған. Талантлы ҡыҙҙы төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға уҡытыусыһы З. Р. Амырҙина дәртләндереп кенә тора. Ҡыҙҙарының үҫеше өсөн ата-әсәһе лә ҙур тырышлыҡ һала. Фидалиәнең әсәһе Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы — «Йәйғор» халыҡ театры режиссеры, «Мираҫ» әҙерлек төркөмөн дә ул етәкләй.
— Ысынлап та, Фидалиәбеҙ бөтә сараларҙың да уртаһында ҡайнап, бик актив ҡыҙ булып үҫеп килә. Әлеге бәйгегә мәктәптән, түңәрәктәрҙән һәм өйгә эш эшләүҙән һуң ҡалған ваҡытта ғына әҙерләндек. Әкиәт һайлауға һәр мәлдәгесә етди ҡараныҡ, сөнки сығыштың уңышлы булыуы уны дөрөҫ һайлауға бәйле, икенсенән, халыҡ ижады бик бай — ят, бығаса ишетелмәгән әҫәр булһын тип тырыштыҡ. Төп иғтибар образ өҫтөндә эшләүгә, әкиәттең асылын асыуға, тыңлаусы-тамашасыны ышандырыуға йүнәлтелде. Әлбиттә, костюм, биҙәлеш, музыка оҙатыуы тураһында ла күҙ уңынан ысҡындырманыҡ, — ти И. М. Шәйәхмәтова.
Читайте нас: