+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Март 2021, 13:00

Блогерҙар нимәгә өйрәтә?

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ата-әсәләрҙең 75 проценты балаларының киләсәктә блогер булыуын теләмәй.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әммә Тик-ток заманында балаларҙы нисек интернеттан айырып алырға һуң? Бөгөн блогерҙар миллионлаған аудиторияны йәлеп итә. Һәм уларҙың мауыҡтырғыс видеоларын ҡарап, күп балалар ҙа киләсәктә ошо «профессияны» үҙләштерергә теләй.
«Мәғариф» милли проекты ҡыҙ-малайҙарҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн ике платформаны берләштерергә ниәтләй. Йәғни, уңышлы блогерҙар балаларҙы фән серҙәренә өйрәтәсәк. Был проектта блогерҙар ҡунаҡҡа тәжрибәле педагогтарҙы саҡыра һәм улар, бергәләп, ҡыҙыҡлы контент төшөрә. Мәҫәлән, химик эксперименттар яһай, рус теленән ялғау һәм баҫымдарҙы өйрәтә, челлендждар ойоштора һәм башҡалар.
Читайте нас: