+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Март 2021, 11:25

Иң белемле сығарылыш класс уҡыусыһын һайлайҙар

Фәнни-техник университеттар 8 – 11-се кластар уҡыусылары өсөн фәнни олимпиадаларҙың финал өлөштәрен уҙғара башланы.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был олимпиадала еңеүселәргә юғары уҡыу йорттарына тура юл асыла. Сөнки был ҙынау «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә үткәрелә һәм иң белемле юғары класс уҡыусыларын һайлап алыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Фәнни түңәрәктәр хәрәкәте тәүге инженер олимпиадаһы булараҡ танылды һәм ул Рәсәйҙең иң алдынғы вуздары менән хеҙмәттәшлек итә. Финал этабы ике ай барасаҡ һәм уның дауамында ҡатнашыусылар практик мәсьәләләрҙе хәл итәсәк. Һуңғы этапҡа меңдән ашыу уҡыусы һайлап алына. Әлеге көнгә был олимпиадала ҡатнашыуға 100 мең уҡыусы заявка биргән. Үҫмерҙәр башлыса мәғлүмәт технологиялары өлкәһен һайлай.
фото: АиФ
Читайте нас: