-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Март 2021, 18:26

Шәмбе көнө уҡый башларбыҙмы?

Бөгөн, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сираттағы кәңәшмәһендә мәктәптәрҙә алты көнлөк уҡыуға күсереү тураһында үҙ фекерен әйтте.

Бөгөн, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сираттағы кәңәшмәһендә мәктәптәрҙә алты көнлөк уҡыуға күсереү тураһында үҙ фекерен әйтте. Сөнки пандемия арҡаһында уҡыусылар күп нәмәнән артта ҡалды һәм уларға БДИ тапшырыу ауырға тура киләсәк. Был ҡарар, уҡыу йылының дүртенсе – һуңғы сирегенә генә ҡағыласаҡ.
“Инфекциянан ҡотолғас, барыһы ла үҙ урынына ҡайтасаҡ. Сөнки бала шәмбе һәм йәкшәмбелә ата-әсәһе янында булырға тейеш. Бары тик белем тауына үрләгәндә артта ҡалмаҫ өсөн генә, уҡыу йылы аҙағына тиклем шәмбе көнө мәктәпкә барасаҡтар”, – тине ул.
Читайте нас: