Беҙҙең Буранғол урта мәктәбендә өлкән кластарҙың «Салауат Юлаев» исемле балалар ойошмаһы эшләй. Мин, Диана Ғәбитова, 10-сы класс уҡыусыһы — шул ойошманың президенты. Президенттан тыш, премьер-министр — 8-се класс уҡыусыһы Гөлнур Хамматова, мәғариф, мәҙәниәт, матбуғат, спорт, тәртип, хеҙмәт министрҙары эшләй. Мәктәптә үткән төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙа ихлас ҡатнашырға тырышабыҙ. Йыл һайын февраль айында уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүсе оборона-масса айлығы үтә. Бөгөн беҙ ошо айлыҡ тураһында һөйләп үтмәксебеҙ.
«Һәйкәл булып баҫҡан һалдат тора...»
23 февраль алдынан юнармиясылар отряд етәксеһе В. Б. Мөхәмәтов менән Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған яугирҙәр хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә венок һалдыҡ. Бер көн элек һәйкәл тирәһен ҡарҙан таҙарттыҡ, күмәкләп венок әҙерләнек: малайҙар шыршы ботаҡтарын килтерҙе, ҡыҙҙар уны сәскәләр менән биҙәне. Өлкән егеттәр, автомат тотоп, һаҡҡа баҫты, ә ҡалғандар тантаналы рәүештә венок һалды. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Н. К. Ғибәҙәтова телмәр тотто.
Обелискылағы фамилиялар аҫтында нисәмә кеше яҙмыштары, күпме аһ-зар, аслыҡ, үлем сағыла... Һуғыш бер генә ғаиләне лә урап үтмәгән. Хатта бер атаның ике-өс улы яуҙа һәләк булған... Илебеҙ азатлығы өсөн йәнен-тәнен аямаған апаларыбыҙ, олатайҙарыбыҙ, ҡарт олатайҙарыбыҙ береһе лә онотолорға тейеш түгел.
Рәсәй патриоты
Вил Биктимер улы үткәргән кисә шулай тип аталды. VI-X кластар дүртәр уҡыусынан команда төҙөп, күңелле ярыштарҙа көс һынашты. Уйындарҙың төрлөлөгө ҡатнашыусыларға бик оҡшаны. Ун беренселәр жюри ролен оҫта башҡарҙы. Гран-при 10-сы класҡа эләкте. Беренсе урын — 8-се класта. Икенсене 9-сы класс уҡыусылары яуланы. Ә иң бәләкәй ҡатнашыусыларыбыҙ — алтынсылар — 3-сө урын алды.
Гөлнәзирә БИЛАЛОВА, мәҙәниәт министры.
Юнармиясылар сафын арттырабыҙ
Сафта йөрөү һәм йыр смотры мәктәптә йыл һайын үткәрелә. Уҡыусыларға хәрби йырҙар йырлап, сафта атлау бик оҡшай, һәр класс еңеүсе булырға тырыша, шуға күрә бөтәһе лә ентекле әҙерләнә.
Өлкән кластар араһында беренселеккә 10-сы класс лайыҡ булды, 2-се урын — 8-се класҡа, 3-сө урын 9-сы класҡа эләкте. Урта звенола 1-се урынды етенселәр, икенселекте 5-се «б» һәм 6-сы, өсөнсө урынды 5-се «а» класы алды. Башланғыс кластар араһында 4-се класс уҡыусылары еңеү яуланы, 2-се урынды өсөнсөләр, 3-сө урынды икенселәр һәм беренселәр бүлеште. 5-се «а» класына мәктәп директоры Ю. Ә. Фәхрисламов махсус бүләк вәғәҙәләне: улар бассейнға барасаҡ.
Ошо уҡ көндә мәктәптең 10 алдынғы уҡыусыһы «Юнармия» сафына алынды. Бына улар: Рәмзил Усманов, Йәнһылыу Хәйбуллина, Баязит Ғибәҙәтов, Рәдиф Харисов, Әлфир Хөсәйенов, Айһылыу Мөхәмәҙиева, Әдилә Ғилманова,Раян Сәлимов, Диана һәм Алтынай Ғәбитовалар. Отряд етәксеһе Вил Биктимер улы юнармиясыларға таныҡлыҡ һәм күкрәк билдәһе тапшырҙы.
Заһир ФӘСХЕТДИНОВ, «Юнармия» отряды командиры.
Шәберәк, бейегерәк, көслөрәк!
Оборона-масса айлығы планына ярашлы, физкультура уҡытыусыһы И. Ә. Ямалов волейбол һәм баскетбол ярыштары үткәрҙе. Баскетбол буйынса V-VII кластар көс һынашты. Ҡыҙҙар араһында ла, малайҙарҙа ла беренсе урынды 7-се класс яулаһа, ҡалған призлы урындарҙы 6-сы һәм 5-се «а» кластары бүлеште.
Ғайсар ҒИЛМАНОВ, спорт министры.
Олатайым менән ғорурланам
Беҙҙе, барыбыҙ ҙа юнармиясылар булған 10-сы класты, Вил ағайыбыҙ мәктәп музейына экскурсияға алып барҙы. Музейҙа класташыбыҙ Инсафтың атаһының да фотоһы бар. Ул Афғанстанда хеҙмәт иткән. Инсафтың атаһы, Зөбәйер ағай Килдейәров, 1986-1988 йылдарҙа ил алдындағы бурысын үтәй, Джелалабад ҡалаһында аэродром һаҡлай.
Тағы ла ҡарт олатайымдың фотоһын күрҙем. Ул — Бөйөк Ватан һуғышы яугире Латиф Ғәбитов. Вил ағай беҙгә уның батырлыҡтары тураһында ла һөйләне. Олатайым, иптәштәрен ҡотҡарып, үҙе фашистар менән алышып ҡала, бик көслө кеше була, немец овчаркаһы өҫтөнә килеп ырғығас, этте ботарлап ырғыта. Йәл, олатайым һуғыштан әйләнеп ҡайтмай. Уның тураһында тик яҡшы иҫтәлектәр һаҡланыуы өсөн бик ғорурландым.
Алтынай ҒӘБИТОВА, мәғариф министры.
Һаҡ булайыҡ!
ОБЖ уҡытыусыһы В. Б. Мөхәмәтов алтынсыларҙа «Нимә ул терроризм?» темаһына дәрес үткәрҙе. Уҡыусылар терроризм тураһында күп нәмә белде, ҡурҡыныс янағанда үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнде. Ҡалдырып кителгән сәйер әйберҙәргә теймәҫкә, сит кешеләр менән аралашмаҫҡа кәрәклеген дә аңланы.
Айлыҡ сиктәрендә янғын осрағында эвакуацияланыу буйынса күнекмә ойошторолдо. Мәктәптә янғын сыҡҡан тип тревога иғлан ителде, бөтә уҡыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр ашығыс рәүештә бинанан сығарылды.
Инсаф КИЛДЕЙӘРОВ, хеҙмәт министры.
Өләсәйҙәр һау булһын!
Тағы ҡар яуҙы... Класс етәксебеҙ Н. Ҡ. Мөхәмәтова менән өләсәйҙәргә ярҙамға юлланабыҙ.
Бәширә өләсәйебеҙ туҡһанды үтһә лә, сос, хәрәкәтсән. Беҙ уға 5-се кластан йөрөйбөҙ. Бына әле лә ул йылмайып, хәбәрҙәрен һөйләп ҡаршы алды. Егеттәребеҙ эшкә сос! Тиҙ генә ҡапҡаның эсен-тышын көрәп тә ҡуйҙылар. Ҡыҙҙар баҙға төшөп, картуф сығарҙы, иҙән йыуҙы, түшәк-ҡаралды ҡаҡты. Өләсәйҙең күҙе күрмәгәс, йыйылып киткән гәзиттәрен дә уҡып бирҙек. Беҙ килһәк, өләсәйебеҙ бик ҡыуана. Эш менән булған арала әллә күпме тарих бәйән итә беҙгә. Ул ауылда иң оло кеше, күпте белә, хәтерләй. Ятҡа шиғырҙар һөйләй. Ветеран уҡытыусы ул, олатай-өләсәйҙәребеҙҙе уҡытҡан хөрмәтле кеше.
Артабан Мәрйәм инәй Шакированың өйөнә ҡарай атлайбыҙ. Мәрйәм Бәхтейәр ҡыҙы география уҡытыусыһы булып эшләгән. Уны элекке уҡыусылары гел хөрмәтләп, яратып иҫкә ала. Ҡыҙҙарға эш булмағас, малайҙарҙың солан һәм түбәлек башынан ҡар ташлауҙарын күҙәтеп торҙоҡ. Мәрйәм инәй матур кәңәштәрен биреп өлгөрҙө.
Йәнһылыу ХӘЙБУЛЛИНА, матбуғат министры.
Яратҡан хәрби уйыныбыҙ
«Зарница» хәрби-патриотик уйыны беҙҙең мәктәптә үтмәй ҡалғаны юҡ, ул хәҙер матур традицияға әүерелгән. Хатта ике йыл элек ОБЖ уҡытыусыларының район семинарында ла Буранғол ауылының Батҡаҡты йылғаһы буйында «Зарница» уйыны шауланы. Килгән ҡунаҡтар бик матур тәьҫораттар менән ҡайтты. Быйыл да был хәрби-патриотик уйынға етди әҙерләндек. Барыһы ла погондар текте, гранаталар эшләне, санитарҙар сумка эсенә кәрәкле нәмәләр хәстәрләне, отряд командирҙары «һалдаттарға» төрлө әмерҙәрен бирҙе, уҡ-ян, автомат һәм башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләнде. Мәктәп ике отрядҡа — «йәшелдәргә» һәм «ҡыҙылдарға» бүленде. Һәр отрядҡа тигеҙ итеп 54-шәр һалдат бүлеп бирелде. Уйынды башларҙан алда командирҙар Заһир Фәсхетдинов һәм Илгизәр Фәттәхов отрядтарҙы теҙеп, әҙерлек тураһында отчет биргәс, Вил ағай уларға пакет тапшырҙы. Шулай итеп, «Зарница» башланды!
Беренсе алыш — һалдаттың эрудицияһын тикшереү. Армия тураһында 10 һорауға яуап бирә алаһың икән, отрядыңа мәрәйҙәр килтерәһең, тигән һүҙ. Артабан «саперҙар» «мина яланы»н таҙартты. «Ҡыҙылдар» – 10, «йәшелдәр» 11 минаны зарарһыҙландырҙы. Бында Юнир Шаһивәлиев менән Рамаҙан Хәлимов дүртешәр мина табып, командирҙарының маҡтау һүҙенә лайыҡ булды. «Сик һаҡсылары» үҙ биләмәләрен һаҡланы. Бигерәк тә Заһир Фәсхетдинов менән Ильяс Исламовтың алышы хәл иткес булды. Сөнки иҫәп 2:2 ине. Заһир «дошман»ын ҡыуып сығарып, отрядына тағы бер мәрәй килтерҙе. Һуғыш яраһыҙ булмай. «Яралыларҙы» санитарҙар Диана Ғәбитова һәм Гөлнур Хамматова тиҙ арала медсанбатҡа илтте.
Көсөргәнешле кавалеристар алышы «йәшелдәр» файҙаһына тамамланды. Был уйындың тәртибе ошолай: һәр яҡтан 5-әр «ат» һәм «һыбайлы» ҡатнаша, кем ат өҫтөндә килеш дошманын ҡолата ала —шуға бер мәрәй. Рәмзил Усманов, Әдилә һәм Ғайсар Ғилмановтар, Юнир Шаһивәлиев — еңеүселәр.
Партизандар һуғышта ҙур роль уйнай. Урманға бер эҙгә генә баҫып барып, кире ҡайтҡанда носилкаға яралыны һалып йүгереп алдан ҡайтыусы йәшел погонлы партизандар бигерәк сос булды. Уғатар батырҙар хәҙер ҙә бар. Был юлы «ҡыҙылдар» мәргәнлек күрһәтте: уларҙың дүрт уғы утлы ҡулса эсенән үтә сыҡты. Танк һуғышында еңеүселәр булып үҙҙәрен аямай дошманға ташланған Ғайсар Ғилманов менән Гүзәлиә Мәғәфүрова табылды.
Ә иң ҡыҙыҡ алыш — «ҡәлғәне штурмлау». Был уйында көс тә, хәйлә лә кәрәк. Айзилә Ҡасимова тап шундай сифаттарға эйә икән. Батыр ҡыҙ дошман флагын үҙ сигенә алып сыҡҡас, бөтә һалдаттар ҙа «аһ!» итте. «Ҡул һуғышында» тере ҡалыуың икеле. Шулай ҙа «ҡыҙылдарҙың» 5, «йәшелдәрҙең» 16 һалдаты имен ҡалып, «Зарница» уйынының аҙағын күреү бәхетенә иреште. 48:54 иҫәбе менән уйында «йәшелдәр» еңде.
Сәмле, ҡыҙыҡ, матур уйын тамам... Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, бер кем дә зарланманы, бәлә һалманы, һәр кем отрядына еңеү килтереү өсөн тырышты. Уйындан һуң беҙҙе эҫе сәй, бутҡа, салат менән һыйлаусы ашнаҡсы апайҙарға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең? Тағы ла үҙебеҙҙең ышаныслы дуҫтарыбыҙ — яратҡан уҡытыусыларыбыҙға маҡтау һүҙҙәрен әйтке килә. Ойоштороусыбыҙ Вил Мөхәмәтов киләсәктә лә онотолмаҫ «Зарница» уйыны менән беҙҙе ҡыуандырып торһон.
Диана ҒӘБИТОВА, президент.