Мәғариф
25 Марта 2021, 10:37

Уҡыусылар өсөн күнекмә

1-се Асҡар урта мәктәбендә «Ата-әсәләр берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра» исемле акция үткәрелде.

1-се Асҡар урта мәктәбендә «Ата-әсәләр берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра» исемле акция үткәрелде.
Был көндө сығарылыш кластары уҡыусылары рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Һынау рәүешендә ойошторолһа ла, унда ысын имтихан барышындағы кеүек бөтә шарттар һәм талаптар күҙәтелде. Был маҡсатта тулыһынса йыһазландырылған 1-се Асҡар урта мәктәбенә район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре иртәнге сәғәт 8-ҙән үк йыйылды. БДИ буйынса муниципаль координатор, мәғариф бүлеге методисы Әсмә Фәттәхова аудиторияларҙа эшләйәсәк уҡытыусыларға ентекле инструктаж үткәрҙе, ниндәй бланкыларҙы нисек тултырырға, балаларҙы кабинеттарға нисәшәр ултыртырға — шундай ғәмәлдәрҙең теүәл үтәлеше буйынса ҡағиҙәләрҙе ҡабатланы. Был яуаплы эшкә, нигеҙҙә 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡытыусылары, уларҙан тыш, Таһир Кусимов исемендәге гимназия һәм башҡа мәктәптәр остаздары йәлеп ителде. Тикшереү форматындағы БДИ-ла күҙәтеүселәр ролен урындағы педагогтар үтәһә, һуңынан, төп һынау барышында махсус аккредитация үткән кешеләр имтихан барышын ҡараясаҡ.
Сәғәт 9-сы ярты тулыуға балалар ҙа килә башланы. Быйыл 11-се класты тамамлаусы 275 уҡыусыларҙың 215-е рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. «Ә ҡалғандары ни эшләй?» — тиерһегеҙ, моғайын. Быйыл РФ Фән һәм мәғариф министрлығы юғары уҡыу йорттарына барырға теләгән ҡыҙ-малайҙарға ғына рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырырға мөмкин, тигән ҡарар сығарҙы. Йәғни, юғары белем алырға теләмәгән балаларға аттестат алыу өсөн БДИ тапшырыу мотлаҡ түгел, улар сығарылыш имтиханы ғына яҙасаҡ. Әйткәндәй, математиканан да база белеме тикшерелмәйәсәк. Профилле математиканы һайлаусылар ғына берҙәм дәүләт имтиханына киләсәк.
Шулай итеп, район мәктәптәренән килгән балаларҙы ҡаршылап, тән температураһын үлсәнеләр, битлектәре булыуын тикшерҙеләр, ҡулдарына антисептик шыйыҡса һиптергәс, уларҙы металл әйберҙәр юҡлығын күрһәтеүсе ҡорамал аша ҡарап, аудиторияларға оҙаттылар. Имтихан үтәсәк кабинетҡа 12-шәр уҡыусы урынлаша, үҙең менән паспорт, ҡара төҫтәге ручка, һыу һәм шоколад ҡына индереү рөхсәт ителә. Телефон, кәрәкмәгән ҡағыҙ йә башҡа әйбер индергән бала аудиториянан сығарыла.
«Ҡара төҫтәге ручка менән яҙыуҙы талап итеү документтарҙы сканер аша үткәреүгә бәйле, — тип аңлатма бирә Әсмә Раил ҡыҙы. — Күк төҫтәге яҙыу күренмәй, шуға тест һорауҙарын ҡара төҫ менән тултырыу һорала. Был һынауҙы беҙ күнекмә рәүешендә, балаларһыҙ ҙа үткәрә алыр инек. Ләкин инструкторҙар менән тейешле ҡағиҙәләрҙе ҡабатлауҙан тыш, имтихан тапшырып ҡарау уҡыусыларҙың үҙҙәренә лә кәрәк — улар бөгөн килеп, үҙен аудиторияла нисек тоторға, документтарҙы нисек тултырырға, яуаптарҙы ни рәүешле яҙырға өйрәнә һәм төп имтихан көнөндә юғалып ҡалмай, үҙендә ышаныс та тоясаҡ».
Рус теленән һынау ваҡыты 3 сәғәт 30 минут дауам итә. Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа тип, мәктәптә медицина хеҙмәткәрҙәре, полиция хеҙмәткәре, психолог та дежурҙа тора. Әгәр имтихан барышында уҡыусы үҙен насар тойһа, имтихан был уҡыусы өсөн резерв көнгә күсерелә. «Резерв көндәрҙә, төбәктәргә ярашлы, имтихан ҡабул итеүҙең бер нисә пункты асыла, — ти координатор. — Беҙ уҡыусыларҙы Баймаҡ районында эшләүсе ошондай пунктҡа алып барабыҙ».
Акцияға уҡыусыларҙың ата-әсәләре саҡырылғайны (атайҙар булманы инде, үҙҙәрен һынап ҡарарға әсәйҙәр генә килгәйне). Уларға ла инструктаж үткәреп, мәғариф бүлеге белгестәре БДИ-ның бер ниндәй ҡурҡынысы булмауы, тест өлөшөндә лә тейешле балл йыйып булыуы хаҡында аңлатма бирҙе. «Аттестат алыу өсөн 24 балл йыйыу ҙа етә, вуздарға инеү өсөн генә юғарыраҡ һөҙөмтәгә ынтылырға кәрәк», — тип һөйләне бүлек начальнигы урынбаҫары Гөлдәр Рәхимова. Артабан әсәйҙәр балаларҙың нисек урынлашыуын, камералар эшләүен, бланкылар нисек сығарылыуын ҡараны һәм үҙҙәре лә махсус бүленгән аудиторияларға инеп, рус теленән белемдәрен тикшерҙе.
Яҙып үтеүебеҙсә, быйыл Берҙәм дәүләт имтихандары 31 майҙа башлана. Был көндө география, әҙәбиәт һәм химиянан һынау тапшырасаҡтар. Рус теле буйынса дәүләт имтихандары 3 һәм 4 июндә үтәсәк. Профилле математика буйынса имтихан 7 июнгә планлаштырыла. Сығарылыш кластары уҡыусылары 11 июндә — физиканан, 15 июндә — йәмғиәтте өйрәнеү нигеҙҙәренән, 18 июндә сит телдәрҙән һынау тотасаҡ. Информатика буйынса имтихан 24 һәм 25 июнгә тәғәйенләнгән. Резерв көндәре — 28, 29 июнь, 2 июль. 9-сы кластар өсөн төп этап 24 майҙа старт ала, был көндө рус теленән ОГЭ тапшырасаҡтар.
Читайте нас