Олимпиада Учи.ру платформаһы аша, "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлҡ инициативаларын яҡлау" милли проекты сиктәрендә, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы, Үҙәк банк һәм Финанс грамоталылыҡ ассоциацияһы тарафынан тормошҡа ашырыла. Уның йөкләмәләре реаль тормошҡа яҡынайтып эшләнгән һәм балаларға төплө ғәмәли белем бирә. Олимпиадала ҡатнашҡан уҡыусылар үҙ аллы ҡарар ҡабул итергә, бюджет тупларға, үҙ ваҡытын дөрөҫ бүлергә өйрәнә.